Волгоград өлкәһендә ҡот осҡос хәл. Унда КАМАЗ-дың водителе тимер юлы аша сығып өлгөрөргә уйлап, Ҡазан – Адлер поезы менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә поезд составтары рельстарҙан төшөп киткән. Йөк машинаһы тимер өйөмөнә әйләнгән, ә водителе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, аварияла һәләк булғандар юҡ. Йәрәхәтләнгәндәр бар, уларҙың артыуы мөмкин, сөнки ҡайһы бер кешеләр вагондар аҫтында ҡыҫылып ҡалған. Әлегә ваҡиға урынында кран ярҙамында вагондарҙы күтәрәләр. Шулай уҡ өс кешенең хәле ныҡ ауыр тип билдәләнә. Улар дауаханаға оҙатылған. Поезда бөтәһе 812 пассажир булған. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Фото һәм видео: социаль селтәрҙәр