Кисә Өфөнөң Совет районында урамда китеп барған ҡатындың өҫтөнә ағас ҡолаған. Был турала Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының телеграм-каналы хәбәр итә. “Ҡот осҡос хәл Обь урамында теркәлгән. Урынға “Тиҙ ярҙам” бригадаһы ебәрелгән. Табиптар ҡолаған ағастан яҡынса 300 метр алыҫлыҡта ҡатын ятҡанын күргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “03” хеҙмәте килгәнсе пенсионер һәләк булған. 1959 йылғы ҡатын ысынлап та өҫтөнә ағас ҡолауҙан һәләк булғанмы-юҡмы икәне асыҡлана”, – ти ҡотҡарыусылар. Алдағы көндәрҙә лә бер аҙ дауыл булыуы көтөлә, шуға күрә ағастар, электр бағаналары, ҡоймалар, реклама таҡталары янында йөрөмәҫкә тырышығыҙ! Автомобилдәрегеҙҙе лә хәүефһеҙерәк урынға ҡуйығыҙ! Фото: Башинформ.