Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ямғырға бәйле түбәндәге мәғлмәттәрҙе еткерә. 4 августта 20:00 сәғәттәге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тәүлектә һыу өҫтө тигеҙлегенең максималь күтәрелеүе күҙәтелә: - Нуриман районындағы Яман-Порт ауылындағы Өфө йылғаһында +30 см–ға күтәрелгән, хәҙерге кимәле - 396, йылға ярҙарының туғайға сығыуы 772 см; - Бөрөләге Ағиҙел йылғаһы +24 см, хәҙерге кимәле – 365, йылға ярҙарынан - 820 см сыҡҡан. Ағиҙел йылғаһы Өфө ҡалаһының Дуҫлыҡ монументы һәйкәле районында +11 сантиметрға күтәрелгән, хәҙерге кимәле — 334 сантиметр, йылға ярҙарынан — 600 сантиметрға сыҡҡан. Шул уҡ ваҡытта Әй йылғаһы Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы эргәһендә - 49 сантиметрға, Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә Ашҡаҙар - 30 сантиметрға, Күгәрсен районы Үрге Биҡҡужа ауылы эргәһендә - 29 сантиметрға, Ағиҙел йылғаһы Ишембай ҡалаһы эргәһендә 22 сантиметрға кәмегән. “Республика һыуһаҡлағыстарында мониторинглау дауам итә. Хәлде контролдә тотабыҙ”, -ти ҡотҡарыусылар. Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.