Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алданым тип маҡтанма, үҙеңде лә алдарҙар

Башҡортостанда һаман дини кейемгә бәйле бәхәстәр тынмай. Үткән аҙнала социаль селтәрҙә Салауат ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар һуғышҡан тигән яңылыҡ таралды. Телеграм-каналдар хәбәр итеүенсә, имеш әсәләр хиджаб өсөн һуғышҡан. Тик “Фактчекинг по-башкирски” телеграм каналы дөрөҫлөктө асыҡлаған. Был яңылыҡ – фейк. Салауат ҡалаһында бөтөнләй ундай йорт юҡ. Ролик Екатеринбургта төшөрөлгән. Улай ғына түгел, видеола ҡатындарҙың ни өсөн һуғышҡаны ла аңлашылмай. Кем уны хиджаб өсөн тигән? Сираттағы булмаған яңылыҡты “Пруфы” баҫмаһы баҫып сығарған. Улар урындағы эшҡыуар Петр Пивцовты талағандар тип яҙҙы. Имеш, насар уйлы кешеләр эшҡыуарға БЮТ каналында сюжет ҡарағандан һуң килгән. Йәнәһе, хулигандар эшҡыуарҙың нисек шәп йәшәгәнен күргән дә, туҡмап, аҡса талап иткән. Миллион һум! Бынан тыш полиция уның ғаризаһын ҡабул итеүҙән баш тарта тигәндәр. Оҫта сюжет та бит, тик сираттағы тапҡыр уйлап сығарылған. Ысынбарлыҡта нимә булған? Беренсенән, полиция эшҡыуарҙың ғаризаһын ҡабул иткән. Икенсенән, уны ысынлап та туҡмағандар, тик уның өйөндә түгел. Ни бары “мәҙәни” ял һуғыш менән тамамланған. Пивцов урындағы кафела күңелле итеп ваҡыт үткәргән һәм ҡыҙҙар менән танышҡан. Аҙаҡ улар менән магазинға киткән һәм таныш түгел ир ҡыҙҙарҙың береһенә һүҙ ҡушҡас, һуғышҡандар ҙа. Ир эшҡыуарға бер нисә тапҡыр һуҡҡан һәм ул йығылған. Бер кем дә уның аҡсаһын талап алмаған, Пивцовтың үҙе менән аҡсаһы ла булмаған, улар картала һәм иҫәптәрҙә ята. Өсөнсөнән, уның өйөнә бер кем дә бәреп инмәгән. Эшҡыуар шул тиклем иҫерек булған, нисек ҡайтып еткәнен дә иҫләмәй. Фатирының ишеген балта менән ул үҙе емереп ингән. Быны күршеһе күргән. “Пруфы”ның тағы ла бер ысынбарлыҡҡа тура килмәгән хәбәре МХО яугиренә ҡағыла. Ниндәйҙер Влад Ивановға һылтанып, улар Саҡмағош районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған яугир тураһында яҙа. Имеш, үлгәндән һуң уны башҡа һалдаттарҙан айырым ерләгәндәр, был хәрбиҙең аҡсаһын үҙләштереү өсөн кәрәк булған. Ысынбарлығы нисек? Һәләк булған яугир – Шилманов Фәйзулла Әли улы, Үзбәкстанда тыуған. Ул 78568-се хәрби часть менән контракт төҙөгән һәм 2024 йылдың 27 майында махсус хәрби операция бурысын үтәгәндә һәләк булған. Уны 18 июлдә мосолман йолаларын үтәп, Саҡмағош ауылында үҙәк зыяратта ерләгәндәр. Үкенескә күрә, унда МХО-ла һәләк булғандар өсөн махсус аллея юҡ, шуға күрә урынды туғандары һайлай. Яугир менән хушлашыу сараһында район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Радик Әмирханов, Саҡмағош районының хәрби комиссары Альберт Хәбиров, Башлыҡтың граждандарҙың контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инеү мәсьәләләре буйынса советнигы Айҙар Насиров сығыш яһаған. Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты мәғлүмәттәренә ярашлы, Фәйзулла Шилманов өсөн бер кем дә аҡса алмаған. Сәбәбе – Рәсәй биләмәһендә туғандарының булмауы. Ә тыуған еренән бер кем дә яугирҙең кәүҙәһен алырға теләмәгән. Хакимиәт тә, берәү ҙә уның аҡсаһын үҙләштермәгән. Уларҙы бөтөнләй бирергә кеше юҡ. Һары матбуғат журналистары сираттағы тапҡыр МХО-ла һәләк булған яугир темаһында шау-шыу ҡуптарып маташа. Уҙған аҙнала ҡошсолоҡ фабрикаһы биологик ҡалдыҡтар менән законһыҙ эш иткәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылмай тигән хәбәр пәйҙә булды. Әммә был улай түгел. Стәрлетамаҡ районы һәм Стәрлетамаҡтың Көнбайыш биҫтәһе халҡы ҡошсолоҡ фабрикаһына зарланды, ҡоштарҙың мәйеттәрен соҡорға ташлай һәм уларға химикаттар һибә тип раҫланы. Насар еҫтәр тирә-яҡҡа таралған. Халыҡ 12 июлдә Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығына мөрәжәғәт яҙған. Белгестәр тикшереү үткәргән һәм ҡорамалдарҙың боҙолоуы арҡаһында ҡошсолоҡ фабрикаһының биологик ҡалдыҡтарының траншеяларға урынлаштырылыуын асыҡлаған. Температура юғары булыу сәбәпле, улар тарҡала башлаған. 14 июлдә ҡалдыҡтар Стәрлетамаҡ районының ветеринария хеҙмәте контроле аҫтында юҡ итеү өсөн махсуслаштырылған предприятиеға сығарылған. Биологик ҡалдыҡтарҙы утилләштереү ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары тураһында мәғлүмәт прокуратураға ебәрелгән. Әле күҙәтеү ведомствоһы Россельхознадзорҙың территориаль идаралығы менән предприятиены Рәсәй Федерацияһының ветеринария ҡануниәте талаптарын үтәү-үтәмәүен тикшерә. Өфөнөң Октябрь проспектындағы 6-сы һәм 42-се йорттарҙа йәшәгәндәр ай ярым газһыҙ йәшәүҙәренә – ашарға әҙерләй һәм йыуына алмауҙарына зарланды. Улар хатта Альберт Рәхмәтуллин менән Аҡ йортҡа килгән һәм видеомөрәжәғәт яҙҙырған. Унда улар, йортта торбалар ремонтланырға һәм бының өсөн халыҡ аҡса йыйырға тейеш, тип раҫлай. Аҡса юҡ, шуға күрә улар газһыҙ ултырырға мәжбүр. Дөрөҫлөк ҡайҙа? Ике йорт та ысынлап та ремонтҡа мохтаж. Бөгөнгө көндә белгестәр төтөн сығыу ҡоролмаларының киҫелешен асыҡлаған, ул төтөн каналдарының техник яҡтан төҙөк булмауы хаҡында һөйләй. Шул арҡала “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте 13 июндә газ менән тәьмин итеүҙе туҡтатҡан. Яңынан тоташтырыу буйынса эш икенсе көндө башланған. Мэрияла аңлатыуҙарынса, газ менән тәьмин итеү 95 процентҡа тергеҙелгән. Әгәр ниндәйҙер фатирҙарҙа газ булмаһа, был шәхси ҡорамалдар менән шәхси проблемалар булыуы хаҡында һөйләй. Ремонтҡа килгәндә, төтөн сығыу һәм елләтеү каналдары дөйөм йорт милкенә ҡарағанлыҡтан (РФ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың 161-се статьяһы) милекселәрҙең аҡсаһы иҫәбенә башҡарыла. Эштәр “Содержание” статьяһы буйынса торлаҡ биналар милекселәренең дөйөм йыйылышы протоколын биргәндән һуң башлана. Барыһы ла законға ярашлы. Йортта йәшәүселәрҙең ремонтҡа сметаһы бар. Шулай уҡ фатирҙың майҙанына ҡарап 11 айҙан 17 айға тиклем бүлеп түләү рөхсәт ителә. Альберт Рәхмәтуллин урындағы торлаҡ проблемаһынан тағы сәйәси проблема яһарға маташа. Торлаҡ-коммуналь проблемалар буйынса “эксперт” торлаҡ милекселәренең үҙҙәрендә лә ремонт буйынса яуаплылыҡ зонаһы барлығын белмәйҙер, моғайын. “Ханзаман” телеграм-каналы “Баймаҡ ваҡиғаларында кем ғәйепле?” тигән мәҡәлә баҫтырҙы. Ошо һорауҙы төрлөсә әйләндереп, һәр яҡлап ҡарап, төрлө яуаптар табыусылар күбәйә генә бара. Әлеге мәлдә Ютуб видеоселтәрендә ике Вәлитов - Алтынай һәм Тимур араһындағы ыҙғыш барлыҡҡа килде. Яуап көн кеүек асыҡ. Был ваҡиғалар - экстремист Руслан Ғәббәсов* һәм тыйылған БОО Башҡорт** активистарының планлаштырылған ҙур протест һәм медиаакцияһы. Тиҫтәләгән популяр блогер, йөҙләгән агрессив боттар, әҙер телмәрҙәр, провокаторҙар һәм боевиктар. Барыһы ла бер ваҡытта сафҡа индерелеп, экстремист Фаил Алсыновҡа*** ҡарата суд ҡарарын үҙгәртеү һәм республика етәксеһенең позицияһын ҡакшатыу маҡсатында һалынды. Ошо ваҡиғаларҙың иң башында, Фәнзил Әхмәтшиндән башҡа, Алтынай Вәлитов торҙо. Улар протестың хедлайнерҙары булараҡ аудиторияны үҙҙәренә туплау буйынса эш башҡарҙы. Алтынайҙың һуңғы видеояҙмаһы тураһында. Унда ул Тимурҙың ике тезисын инҡар итмәксе. Имеш, ул, беренсенән, Баймаҡҡа кешеләрҙе саҡырмаған, икенсенән, уның сит илдән бер ниндәй ҙә кураторы юҡ. Тик әйткән һүҙ - атҡан уҡ. Барыһы ла яҙылған һәм теркәлгән. Шулай итеп, Алтынайҙың үҙ-үҙен аҡлап маташыуынан бер ни килеп сыҡманы... * - Руслан Ғәббәсов сит ил агенты тип танылды, Рәсәй финанс мониторингы тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде. ** - “Башҡорт” ойошмаһы 2020 йылдың 22 майында Башҡортостан Республикаһы Юғары суды ҡарары менән экстремистик ойошма тип танылды һәм Рәсәй биләмәһендә уның эшмәкәрлеге тыйылды. *** - Фаил Алсынов “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.