Йыр-моң донъяһы ниндәйҙер бер сихри тартыу көсөнә эйә. Үҙе йырламаған кеше лә моңға тартыла, эстән генә көйләп йөрөй. Ә йырлай белгәне тормошон йырһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Бәләкәй саҡтан ашнаҡсы булырға хыялланған Ғайсарҙы ла йыр үҙенә әйҙәй. Һүҙем – сәхнәгә күптән түгел генә сыҡһа ла, алсаҡлығы, сибәрлеге, моңло, йомшаҡ тауышы менән йәш ҡыҙҙарҙың йөрәген йышыраҡ тибергә мәжбүр иткән йәш йырсы Ғайсар Миңлеғолов тураһында.
Бөрйән районының Әтек ауылында тыуып үҫкән егеттә, бәләкәй саҡтан йырларға яратһа ла, ашнаҡсы булыу теләге көслө була. Төрлө торттар, кекс, былау бешерергә яратҡан Ғайсар 9-сы синыфта ғына йыр менән ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар итә. Районда йыр конкурстарында ҡатнашып, урындар яулай. 11-се синыфты бөткәс, һис икеләнеүһеҙ Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә имтихан тота һәм уҡырға инеп китә. Күренекле йырсы Тәнзилә Үҙәнбаева класында уҡый. Классик әҫәрҙәргә, халыҡ йырҙарына ла ҡыҙыҡһыныуы арта.
Иң тәүҙә йәш йырсының «Серле күҙҙәрең», «Һине иҫкә алғанда», «Көҙҙә