Әйтегеҙ әле, кем бала сағында туп менән уйнамаған да йүгереп-һикермәгән?! Был ваҡытта бер кем дә ошо ябай ғына уйын-шөғөлдөң файҙаһы хаҡында уйлап ҡарамағандыр, моғайын. Балаларҙың уҡыуына ла ыңғай тәьҫир итә Был ике ғәмәл дә, ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һаулыҡ өсөн бик файҙалы, сөнки ошо хәрәкәттәр мәлендә мускулдарҙың барыһы ла эшкә “егелә”. Бынан тыш, улар кешенең аҡыл һәләтенә лә ыңғай йоғонто яһай, шуға даими йүгереү, һикереү менән шөғөлләнгән баланың уҡыуы ла яҡшыра икән. Йүгергән ваҡытта организмдың күҙәнәктәре кислород менән тулылана, өҫтәүенә, төрлө шлактарҙан арына. Спорттың был төрҙәре менән балалар ҙа, ололар ҙа даими шөғөлләнә ала, әммә иртәнге йүгереүгә бер ни етмәй! Был осраҡта организм өсөн әллә күпме көс-ҡеүәт, дәрт алына. Әйткәндәй, сәләмәтлекте бала саҡтан һаҡларға кәрәк. Йыш ҡына: “Борон кешеләрҙең сәләмәтлеге ныҡ булған”, – тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Уйлап ҡараһаң, бының сәбәптәре ябай ғына: ул осор балалары телефон, гаджет, компьютер һәм башҡа заман техникаһы менән ваҡыт уҙғармаған, туп типкән, һикергән, йүгергән... Шулай итеп, заман алға барып, технологиялар менән байытылһа ла, элекке кеүек физик күнекмәләр көнүҙәклеген юғалтмай. Волейбол иһә - йүгереү менән һикереүҙе берләштергән спорт төрө. Уйын башта минтонет тип аталған, 1896 йылда Альфред Хастер исемле профессор уны волейбол тип атарға тәҡдим индергән. Был һүҙ инглиз теленән тәржемә иткәндә “осоп барыусы туп” тигәнде аңлата. Хәҙер был спорт төрө тотош донъяла, шул иҫәптән беҙҙә лә ныҡ таралған. Әйткәндәй, Рәсәйҙә иң беренсе рәсми уйын 1923 йылда уҡыу йорттары студенттары араһында үткәрелгән. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн Башҡортостанда волейбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүселәр күп. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа республикала был тармаҡҡа иғтибар ныҡ артты. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа төрлө спорт объекттары барлыҡҡа килә, булғандары сынъяһау итеп үҙгәртелә. Физкультура һәм спорт – республика дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе. “Төҙөлгән объекттарҙа балалар спорт менән, нигеҙҙә, бушлай шөғөлләнергә тейеш. Был мәсьәләне максималь рәүештә тормошҡа ашырырға тейешбеҙ, бигерәк тә аҙ килемле ғаиләләр һәм спортҡа түләү өсөн мөмкинлектәре булмағандар өсөн. Был – төп маҡсат, беҙ ошоға ынтылабыҙ. Уны тормошҡа ашырыу өсөн тырышабыҙ”, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл республика Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше буйынса мәсьәләләр буйынса совет кәңәшмәһендә. Иғтибар һөҙөмтәһе күренә 2020 йылда сәләмәт тормош алып барырға теләгән балаларҙы ниндәй ҙә булһа спорт төрөнә өйрәткән тренер-уҡытыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында республикала “Ауыл тренеры” программаһы раҫланды. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән барлыҡҡа килгән был программа миҫалында федераль кимәлдә лә ошондай программа эшләнә. Һөҙөмтәлә ҡалаларҙағы ғына түгел, ауылдарҙағы ҡыҙҙар һәм малайҙар ҙа физкультура, спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә булды. Юғары уҡыу йорттарының физкультура факультеттарын тамамлағандар ҙа тыуған ауылдарында яратҡан эше менән шөғөлләнеү бәхетенә өлгәшә. Өҫтәүенә, ауыл тренеры – республикала күпләп кеше шөғөлләнгән спортты үҫтереүҙәге төп звено. Барлыҡ остаздар ҙа ҡатнаша ала “Ауыл тренеры” программаһында волейбол ғына түгел, башҡа спорт төрҙәре буйынса күнекмәләр үткәргән тренер-уҡытыусылар ҡатнаша ала. Проект тормошҡа ашырылған дүрт йыл эсендә 176 тренер аҡсалата түләү алған. Улар республиканың төрлө төбәктәрендә эшләй. Спорт остаздарына бирелгән түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 134, 8 миллион һум тәшкил итә. Быйыл ошондай мөмкинлеккә республиканың 11 ҡала һәм районынан 21 тренер эйә булды. Рәсәй чемпионаты призеры, спорт мәктәбенең волейбол буйынса тренер-уҡытыусыһы Алһыу Таһир ҡыҙы Исмәғилева – уларҙың береһе. Ул Шаран ауылында тыуып үҫкән. Остаз 10 йәшенән билбаулы көрәш менән шөғөлләнгән. – Беренсе остазым Салауат Мәғдән улы Хөсәйенов булды, артабан уның улы Айнур күнекмәләр үткәрҙе, – ти Алһыу Таһир ҡыҙы. – Тренерҙарым менән берлектәге эш һөҙөмтәһендә 2018 йылда Рәсәй чемпионатында беренсе урын яулап, Рәсәйҙең спорт мастеры нормативтарын үтәй алдым. Уңғандарға уңыш юлдаш, тиҙәр. Алһыу Исмәғилева ла, билбаулы көрәш менән бер рәттән, волейбол менән дә мауыҡҡан, был спорт төрө буйынса ла төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашҡан. Һәм шулай итеп, тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе көттөрмәгән. Бәләкәй сағынан спорт менән мауыҡҡан, балалар яратҡан ҡыҙ, XI класты тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай, Туймазы педагогия колледжына уҡырға инә һәм бер юлы Балалар ижады һәм спорт үҙәгендә эшләй. 2020 йылдан иһә ул бында – тренер, бәләкәстәргә күнекмәләр үткәрә. Ике йыл элек Алһыу Таһир ҡыҙын волейбол буйынса тренер итеп тәғәйенләйҙәр. Артыҡ ҙур ваҡыт үтмәһә лә, остаз тәрбиәләнеүселәре менән район, төбәк ярыштарында уңышлы ғына сығыш яһай, республика сараларында ла үҙ көсөн һынай. – 2023 йылдың көҙөндә “Ауыл тренеры” программаһы тураһында ишетеп белдем һәм документтарҙы йыя башланым, быйыл февралдә үтеүем тураһында хәбәр иттеләр. Май айында иһә бер миллион һум аҡсаны алдым, – ти тренер. – Әлегә сумма иҫәптә ята һәм уны ниндәй маҡсатта тотонасағым тураһында уйлайым әле. Шаран остазы “Ауыл тренеры” программаһының бик кәрәкле һәм урынлы икәнлеге хаҡында белдерҙе. Өҫтәүенә, хәҙер тренер ғына түгел, белем биреү учреждениеһында эшләгән педагогик хеҙмәткәр ҙә ошо түләүҙе алыу хоҡуғына эйә. ҺҮРӘТТӘ: тренер Алһыу Исмәғилева (беренсе рәттә һулдан икенсе) Фото: Алһыу Исмәғилеваның шәхси архивынан. Волейбол уйыны тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр: Ер йөҙөндә бер миллиард тирәһе кеше волейбол уйнай; Бер волейбол матчы ваҡытында уйынсы 250 тапҡыр һикереп, 750 метр тирәһе йүгерә; Волейбол туп менән уйналған уйындар араһында иң хәүефһеҙҙәр рәтенә инә; Матей Казийски исемле 2,03 м оҙонлоҡтағы волейболсы уйын ваҡытында бейеклеккә һикереү буйынса рекорд ҡуйған, ул 3,93 м бейеклектәге тупҡа ҡағыла алған; Волейбол матчы бик оҙаҡҡа һуҙылып китергә мөмкин. Мәҫәлән, Америкала 75,5 сәғәт буйы барған уйын теркәлгән. ФЕКЕР: Айнур ХӨСӘЙЕНОВ, Шаран районындағы спорт мәктәбе директоры, быйыл “Ауыл тренеры” программаһына ярашлы 1 миллион һум алған: - Бик яҡшы һәм кәрәкле программа. Бер миллион һум аҡсаға торлаҡ йәки автомобиль һатып алырға уйлайым.