Ошо көндәрҙә Күгәрсен районының Йомағужа ауылында мотоцикл ҡатнашлығында авария теркәлгәйне. Һөҙөмтәлә ошо ауылда йәшәгән 27 йәшлек ир һәләк булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Irbis” мотоциклына Салауат ҡалаһынан 29 йәшлек ир идара иткән, ә артында пассажиры ултырған. Бер ваҡыт водитель руль менән идара итеүҙе юғалта һәм мотоцикл юл ситенә төшөп китә. Водителдең дә, пассажирҙың да шлемдары булмай сыға, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә. Авария һөҙөмтәһендә ике егет тә дауаханаға оҙатыла. Бер сәғәт тирәһе ваҡыт үткәс, пассажиры аңына килмәй һәләк була. КП-Өфө хәбәр итеүенсә, ул – 27 йәшлек Вячеслав С. Уның кәләше һәм бәләкәй ҡыҙы тороп ҡалған. Йомағужала Вячеславты, уның ата-әсәһен, һеңлеһен барыһы ла белә. Урындағы халыҡҡа был яңылыҡ аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир иткән. – Мин ышанмайым. Беҙ бер ауылдан,уның класс етәксеһе булдым. Әлеге ваҡытта икенсе өлкәлә йәшәйем, шуға ла авария тураһында тулыраҡ мәғлүмәт белмәйем. Әммә шуны әйтә