"Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә Учалы районының Мулдаш ауылы ысын мәғәнәһендә һыу ҡамауында ҡалды. Юлдар, плотина аша һыу ағып ятыу сәбәпле улар “Оло ер”ҙән айырылды. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары дежур итә. Биш кешегә ярҙам күрһәтелгән. Бөгөн иртән дүрт кешенән торған ғаиләне эвакуациялағандар, 2015 йылғы балаға хроник сире сәбәпле медицина ярҙамы талап ителгән. Уны ваҡытында икенсе ярға сығарып, медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар. Ямғырҙар һөҙөмтәһендә һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүгә район менән сиктәш ятҡан Силәбе өлкәһе ҡотҡарыусылары ла ҡушылды. Төндә улар плотинаны нығытыу һәм сиктәш күлгә һыу ағыуҙы туҡтатыу буйынса эш алып барҙы. Иҫке Балбуҡ ауылында тағы бер дамбала идаралыҡтарҙың Учалы звеноһы көстәре менән өҫтәмә һыу ағыҙыу ҡоролмаһы ҡуйылды. Хәл контролдә тотола. Урында БР ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ҡотҡарыусылары һәм