24 – 26 июлдә Нефтекамала үткәрелгән Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙары спартакиадаһында 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, тип хәбәр итте республиканың Спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте. Өс көн дауамында 25 команда дартс, ГТО комплексы, өҫтәл теннисы, йөҙөү, электрон атыу һәм берләшкән эстафета кеүек спорт төрҙәре буйынса көс алышты. Ярыш һөҙөмтәләренә ҡарап, Башҡортостандың йыйылма командаһы тупланасаҡ. Ул Башҡортостан исеменән Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһында көс һынашасаҡ. Сара быйыл сентябрҙә Кемеров ҡалаһында була. “Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ - өлкән йәштәгеләр өсөн әүҙем оҙон ғүмер алып барыу өсөн шарттар булдырыу һәм Башҡортостандағы спорт йолаларын һаҡлап алып ҡалыу”, - тип белдерҙе республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. Әйткәндәй, республика ҡала округтары буйынса ярыштарҙа Нефтекама, Салауат һәм Өфө ҡалалары тәүге урындарҙы бүлеште. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Долгая и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.