Шуны билдәләргә кәрәк, республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бирә. Ауыл хужалығы, эш урындары булдырыуҙа һәм аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға бар яҡлап ярҙам күрһәтелә: гранттар, субсидия һәм ташламалар бирелә. Әбйәлил районы Булат ауылында йәшәгән Марсель Байбулатов йәшелсәселек буйынса үҙ эшен асҡан. “Агростартап” гранты ярҙамында 2 миллион 990 мең һум аҡса алған. Дәүләт ярҙамына эшҡыуар барлыҡ ҡулаймалары менән трактор һатып алған. Электән ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнгән йүнсел уның янына икенсе теплицаһын төҙөп ултыртҡан, яҡын арала өсөнсөһөн дә ултыртыу планы менән яна. Ауыл фермерына ҡатыны Гүзәлиә Вәхит ҡыҙы, балалары Артур, Розалия һәм Ләйсән дә ярҙам итә. Дөйөм көс менән эшләнгән эш еңел дә, табышлы ла. Марсель Байбулатовтың тәүге ҡыяры 25 апрелдә үк өлгөргән, әле лә йәшелсә үҙенең уңышы менән һөйөндөрә. “Былтыр был ваҡытта ҡыярҙың килоһын 15 һум менән һатһаҡ, быйыл 2,5 тапҡырға юғары. Хәлил, Әлмөхәмәт, Рауил ауыл биләмәһендәге ауыл магазиндарына тапшырабыҙ, заказ буйынса ла килеп алалар. Ялҡауланмай үҫтер генә, һатып алыусыһы һәр саҡ табыла”, -ти йәшелсә үҫтереүсе. Бына шундай уңған һәм тырыш йүнсел йәшәй Әбйәлил тарафтарында. Бынан 10 йыл элек тәүге ҡыяр үҫентеләрен ябай он ҡапсығына ултыртып башлаған йүнселдең йылдар дауамындағы эше бөгөн күптәргә өлгө булырлыҡ. Фото һәм сығанаҡ: “Абзелил” гәзите