– Ҡыҙым, ишекте бикләргә онотма, – тине әсәһе арыған тауыш менән, өҫтәл артынан тороп килгәнендә. – Беләм инде, әсәй... – Лиананың тауышында ризаһыҙлыҡ сағылды. Аңлап тора әсәһе уның онотмаҫын, тик шулай ҙа киҫәтеүҙе кәрәкле таба. Ҡәйнәһе, 80-де аша атлаған Миңзиә әбей үҙҙәрендә йәшәй башлағаны бирле, тормоштары ҡатмарланды шул. Иҫе инәрле-сығырлы булып йөрөгән кеше ни, ишегең асығыраҡ тороп ҡалһа, тышҡа сығырға ынтылып ҡына тора. Ваҡыт-ваҡыты менән аңы асылып киткән була ла, оҙаҡҡа түгел шул... Әле бына Лиананың әсәһе, бөгөн ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, эшкә йыйына. Ул заводта, сменалы эштә эшләй, шуға ла ял көндәре иҫәпкә инмәй. Әсәһенең арыуҙан талсыҡҡан, һырҙары тәрәнәйгән йөҙөнә ҡарап торҙо ла, Лиана ҡапыл: – Әйҙә, сығып китеп олаҡһын да ҡуйһын! – тип әйтеп һалғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Көҙгө эргәһендә башына яулығын төҙәтештереп ябынып торған әсәһенең аптырауҙанмы, асыуҙанмы күҙҙәре шар асылды. – Лиана, ипләп!.. – тине ул тауышын күтәрмәҫкә тырышып, ҡулын күкрәге тәңгәленә ҡуйып. – Ни һөйләгәнеңде ҡолағың ишетмәйме әллә?! – Ә нимә, дөрөҫ түгелме әллә, әсәй! – ҡыҙ ярһығандай итте, хатта өләсәһенең ишетеү ҡуйыу ихтималлығы ла уны туҡтатманы. – Ул беҙгә йәшәргә килгәне бирле һинең көнөң көн түгел! Күҙгә күренеп ҡартаяһың, ә бит әле һин йәшһең! Хатта атлап йөрөгәндә көмөрәйә лә башланың бит!.. Кем ул һиңә шул тиклем, уның өсөн шул ҡәҙәре бөтөрөнөргә?! – Лиана, туҡта! – тине әсәһе кинәт, уҫал бышылдауға күсеп. – Минең кемем булмаһа ла, атайыңдың әсәһе, ә һинең өләсәйең ул! – һуңғы һүҙҙәргә баҫым яһап әйтте. – Өләсәйем, имеш... – ҡыҙҙың тауышы ҡалтыранып китте. – Үҙ ғүмерендә беҙгә бер йылы һүҙ әйтмәгән кеше... Ә атайым һәләк булғас, килеп тә күренмәне, хәл дә белмәне, исмаһам саҡ ҡына ярҙам да итмәне!.. Башына төшмәһә, һаман беҙҙең барлыҡты онотоп йәшәп ятыр ине! Йоҡо бүлмәһенең ишеге асыла бирҙе. Унда сал сәсле әбейҙең башы күренде. Тауышҡа ҡолаҡ һалып торғандай булды ла кире урынына барып ултырҙы. Ҡолағына салынғанды төшөндөмө-юҡмы инде, уның йөҙөнә ҡарап быны аңлап булмаҫ ине. – Ҡыҙым... – тине әсәһе Лианаға тыныс тауыш менән. – Ул булғандарҙы оноторға кәрәк... Оло кеше бит инде ул, беҙ ҡарамаһаҡ, ни эшләр, нимә булыр?.. – Ярай, әсәй, – тынысланған Лиана әсәһен ҡосаҡлап алды. – Беләм, нимә әйтереңде һиҙеп торам. Өләсәй сығып юғалһа, ғүмер буйы намыҫыбыҙ тыныс булмаҫ, атайымдың рухы рәнйер, ғәйеп тойғоһо менән йәшәрбеҙ... Ғәфү ит мине, ҡыҙып киттем. Һине йәлләйем, әсәкәйем!.. Бына тигән итеп йәшәрлек тә бит, үҙеңде уйлап, һаҡлап ҡына... Ә һинең бөтә буш ваҡытың шул әбей менән үтә... – Әбей түгел, балам... – Ярай, әбей түгел, өләсәй... Борсолма, әсәй, быға тиклем нисек ҡарашҡан булһам, шулай ҡарашырмын, уйланмай ғына барып эшләп ҡайт... – Рәхмәт, изге күңеллеһең бит һин, балам. Башҡаса булыуың мөмкин дә түгел! – әсәһе уны битенән үпте лә сығырға ыңғайланы. Артынан Лиананың ишекте бикләгәне ишетелде. *** Лианаға ун биш йәш. Атаһы йәшләй аварияға осрап һәләк булғас, әсәһе апаһы менән икеһен бер үҙе аяҡҡа баҫтырҙы, башҡаса кейәүгә сыҡманы. Апаһы ҙур ҡалаға юғары белем алырға китте лә Лиана менән әсәһе икәү ҡалдылар. Ә бынан өс-дүрт йыл элек быға тиклем уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынмаған өләсәләре килеп инеп, улар менән бергә йәшәргә рөхсәт һораны. Һаулығы бөтә башлаған, хәтере лә насарлана башлаған, бер үҙе йәшәргә ҡурҡа, баҡһаң. Ҡыҙы ҡайҙалыр алыҫта йәшәй, уның менән бик һирәк күрешә икән. Килене кире ҡаҡманы, ҡарт көнөндә ҡарауһыҙ, ярҙамһыҙ ҡалған әбейҙе йәлләп, үҙҙәрендә ҡалдырҙы. Ә ҡарсыҡтың хәле торған һайын мөшкөлләнде, ул хәтерен юғалта башлағайны. Шунан бирле Лиана менән әсәһе уны оҙаҡҡа ҡалдырып йөрөй алмай, артынан күҙ-ҡолаҡ булып торорға кәрәк. Бөгөн иһә Лиана әхирәттәре менән киноға барырға килешеп ҡуйғайны. Әлбиттә, өләсәһен ашатып, күңеле булғансы сәй эсереп, йоҡларға һалғас ҡына сығып килер форсаты бар. Ишектә ҡыңғырау яңғыраны. Барып асыуға, әхирәте Алинаның сағыу тауышы яңғыраны: – Сюр-приииз! Бына, алдараҡ килеп, серләшә торорға булдым әле ,бер ыңғайҙан, шәп кенә йырҙы ла тыңлатырмын, тип түҙмәй йүгереп килдем, – тип сутылданы уныһы. “Сеү!” тигәнде аңлатып, Лиана тиҙерәк әхирәтен фатирға индерә һалды. – Әйҙә, залға сығайыҡ, – тип саҡырҙы. Инеп ултырғас та, әхирәте телефонынан видео аса башланы, шул арала ике үҫмер йотлоғоп экранға баҡты һәм көлөшә-көлөшә көй тыңлай башланы. Хәҙер өләсәһе килеп сығып, сәй һорар, тип иҫенә төшкән Лиана кухня яғына үтеп барышлай йоҡо бүлмәһе ишегенең асыҡ икәнен күреп ҡалды. Яҡын барып, ишекте шар асыуға, өләсәһе унда юҡ ине. Лиана кухня, ванна ишектәрен асты, әммә Миңзиә әбей ғәйеп булғайны. Шунда ғына фатир ишегенең асыҡ икәнен күреп ҡалды ике әхирәт. Бая Алина ингәндә, һүҙгә әүрәп, Лиана ишекте бикләргә онотҡайны... Ҡобараһы осҡан ике ҡыҙ тышҡа атылды. Үҙе йүгерә, үҙе һамаҡлай ине Лиана: – Әсәйемә нимә тип әйтәм... Ул бит мине юрамал сығарып ебәргән, тип уйлар, иртән генә шул турала һөйләштек бит... Алина уны тынысландырырға тырыша: – Шул ике арала алыҫ китеп өлгөрмәгәндер, хәҙер табырбыҙ, – ти. Ишек алдын, күп ҡатлы йорттоң бөтә подъездарын ҡарап сыҡтылар, әбей күренмәне. Әхирәттәре шылтырата башлағанда, был ике ҡыҙҙа кино ҡайғыһы күптән бөткәйне инде. Илауҙан шешенгән Лиана урыҡ-һурыҡ ҡына аңлата алды, Алина хәлде төшөндөрөп, дуҫтарын ярҙамға саҡырҙы. Күпмелер ваҡыттан уларға тағы өс әхирәте ҡушылды. Тирә-яҡты һәр ҡайһыһына төбәп бүлешеп алдылар ҙа, өләсәй табыла ҡалһа, шылтыратырға килешеп, төрлөһө төрлө яҡҡа һибелде. Ысынлап та, уҙа барһа ярты сәғәт үткәндер, ул арала ҡарт кеше әллә ҡайҙа китә алмай бит инде! Лиана инде бар ерҙе ҡарап бөттө, тиерлек, әхирәттәренән дә хәбәр юҡ... Ныҡ алыҫ түгел ерҙә йәтеш кенә аллея бар, унда өләсәһен йөрөтөп алып килгәндәре бар, шунда ғына ине бар өмөт. Аллеяға илткән һуҡмаҡҡа боролғас та, уның осонда таныш һынды шәйләне ҡыҙ. Халат кейгән, аяғында ла өйҙә кейеп йөрөгән тәпешкәләр... Яй түгел, ярайһы һалмаҡ аҙымдар менән ҡайҙалыр төбәп китеп барыуы ине әбейҙең. Ҡыуанысынан йөрәге сығып килерҙәй булып дөпөлдәгән Алина уны һаҡ ҡына ҡыуып етте, йылмайып һүҙ ҡушты. Әбей туҡтаны, танығандай итеп баҡты. – Мин... ейәнсәремде балалар баҡсаһынан алырға тип китеп бара инем, – тине үҙе, – күптән барып алғаным юҡ... – Ейәнсәрең өйҙә инде, өләсәй, – тигән булды Лиана. Ҡарт кешенең хәҙер үҙ донъяһында йәшәгәнен аңлай, ыңғайына ғына һөйләргә икәнен дә белә инде ул. – Әйҙә, ҡайттыҡ, өләсәй, – тип яғымлы өндәште ҡыҙ, әбейҙе етәкләп алып. – Хәҙер һиңә тәмле итеп сәй эсерермен!.. Авторы - Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА. Нәсих Хәлисов коллажы.