Быйылғы ямғырҙар тамам ҡаҡшатты. Бер туҡтамай яуып торғас, ауыл һәм ҡалалар һыу аҫтында ҡала башланы. Әле был көндәрҙә лә яуым-төшөм туҡтамай, киреһенсә, көсәйә. Синоптиктар әйтеүенсә, хәүеф Башҡортостанға, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренә янай. Әйткәндәй, кисә күрше Силәбе өлкәһенә ҙур бәлә килде лә. Бында, Башҡортостандан әллә ни алыҫ түгел урында дамба йырылды. Хәбәр ителеүенсә, Силәбе ҡалаһынан 75 километр алыҫлыҡта, Киалим һыу һаҡлағысында плотинаның бер өлөшө йыуылған. Һыу баҫыу ҡурҡынысы дүрт ауылда йәшәгән 188 кешегә янай. Ҡотҡарыусылар өс ауыл кешеһен эвакуацияларға хәл иткән. Улар ихаталар буйлап йөрөп сыҡҡан, яҡындағы Ҡарабаш ҡалаһындағы ике мәктәптә кешеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары ойошторолған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, туҡтамай яуған ямғыр сәбәпле плотинаның 100 метрлыҡ урыны йыуылған. Һыу ағымы буйлап дүрт ауыл урынлашҡан. Был ауылдар – Киалим, Мөхәмәт, Байҙаш һәм Карасево. Социаль селтәрҙә таралған видеояҙмаларҙан күренеүенсә, хәл ауыр. Ҡайһы бер кешеләрҙең өйө тулыһынса тиерлек һыу аҫтында ҡалған һәм улар ҡыйыҡ башында ултыра. Техника, машиналар, гараждар шулай уҡ һыу аҫтында. Әлеге ваҡытта 163 кеше эвакуацияланған, улар араһында 21 бала ла бар. Шулай уҡ Мейәс –Ҡарабаш – Ҡыштым трассаһының бер өлөшө ябылған, бында полиция тора һәм кешеләрҙе ғәҙәттән тыш хәл урынына ебәрмәй. Фото: телеграм.