Эш көнө почта бүлексәһенән башланды. Тап шунда иртә таңдан гәзит-журналдар, хаттар килә һәм улар шул уҡ көндө адресатҡа барып етергә тейеш. Махсус бүлектәкорреспонденциялар ауылдар буйынса бүленә. Артабан Аҡъяр участкаһында эшләгән 5 почтальондың һәр береһе үҙ участкаһы буйлап ашыға. Почтальон Гүзәл апай Сынғыҙованың эш көнө«сортировочный»ҙа үҙ участкаһына ҡараған подписчиктарҙың корреспонденцияларын барлау һәм теүәлләүҙән башлана. Артабан уларҙы таратыу өсөн үҙенә уңайлы булған маршрут төҙөй. Был, үҙ көсөңдө, ваҡытыңды рациональ файҙаланыу өсөн мөһим. Бына мин дә ҡәләм һәм блокнотты ситкә ҡуйып, тәжрибәле почтальон менән бер рәттән ошо хеҙмәтте үҙ иңемдә татып ҡарау маҡсатында, Аҡъяр урамдары буйлап гәзит таратырға сыҡтым. Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы бик яҡшы әңгәмәсе лә. Эш араһында мине ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптарын да еткерҙе. Юғары технологиялар заманында гәзит-журналдарға яҙылыусылар кәмемәнеме? - Аҡъярҙа йәшәүселәр төрлө баҫмаларға яҙыла. Тик һуңғы ваҡыттарҙа яҙылыусылар һаны кәмене