Шәмиғол хәлфә XX быуатта йәшәгән әүлиә булған. Әлеге ваҡытта социаль селтәрҙә уның әйткәндәре таралыу алды. Быйылғы ташҡындар, ямғырҙар ошо яҙманың таралыуына булышлыҡ иткәндер. Шәмиғол хәлфә былай тип әйтеп ҡалдырған: “Ахырызаман етер алдынан дин көсәйер, әҙәм балаһы тәбиғәт ғәрәсәттәрен күреп, ҡурҡып, Аллаға табыныр, ләкин сығырынан-сығып шашынған халыҡтың ҡыланышын һис тә кисерә алмау сәбәпле, фажиғә артынан фажиғә килер, ер тетрәр, һыу баҫыр, ҡоролоҡтар миңкетер, ҡош-ҡорт, йәнлектәр бөтөр, кеше кешене һуйыр, ата - улды, әсә ҡыҙҙы белмәй, зина ҡылыр мәл етәсәк. Кешеләр меңәр саҡрымдарға һыу эҙләп юлға сығыр. Хайуандар, кешеләр һыуға сарсар. Тормоштоң йәме бөтөр. Ашар ризыҡтың тәме, бәрәкәте булмаҫ. Ҡатын-ҡыҙҙы ир-аттан айырып булмаҫ, тормош ҡороу өсөн ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә үҙе яусы ебәрер. Илдә ҡот бөтөр, гүзәл заттар яланғас йөрөр, төтөн һурыр, зәғифлек артыр, балаларҙы урамға ташлап ҡалдырырҙар. Был боҙоҡлоҡтарҙың барыһын да Аллаһы Тәғәлә халыҡты тәүбәгә ҡайтһын өсөн бирә. Ә халыҡ аңл
Әүлиә һөйләгәндәре, әйткәндәре бөгөнгөбөҙгә тура килә түгелме?
27 июля 202427 июл 2024
2
1 мин