Республика Рәсәйҙә 9 проценттан ашыу тауар балы етештереп, ил субъекттары араһында алдынғы урынды биләй. “Башҡорт балы” бренды күптән инде Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә республиканың танылған визит карточкаһына әйләнгән. 2023 йылда Башҡортостандан 115,3 тонна бал һәм умартасылыҡ продукттары экспортҡа оҙатылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2024 йылдың 1 ғинуарына республикала бөтә төр милек формаһындағы хужалыҡтарҙа 292,4 мең умарта күсе иҫәпләнә, шуның 263,2 меңе – шәхси секторҙа. Республикала 300-ҙән алып 2 мең бал ҡорто ғаиләһенә тиклем иҫәпләнгән 15 сәнәғәт умартасылыҡ хужалығы, шулай уҡ башҡорт һәм урта рус тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса дүрт тоҡомсолоҡ хужалығы бар. 2023 йылда түмәр-солоҡ умартасылығына дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең яңы сараһы сиктәрендә республиканың 11 умартасыһына солоҡ һәм түмәр-солоҡ умарталыҡтарын үҫтереүгә 6,9 млн һум йүнәлтелгән, башҡорт популяциялы 708 тоҡомло һәм тауар бал ҡорттары (бал ҡорто ғаиләләре, пакеттары, бал ҡорто инәләре) һатып алына. Дәүләт ярҙа