Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Динә Ғәбдрәхим ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн "Башҡортостан" республика гәзитенең хәбәрсеһе Динә Арыҫланова тыуған көнөн билдәләй! Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы йәмле Ишембай районының Үрге Этҡол ауылында тыуып үҫкән. Динә Арыҫланова ғүмере буйы матбуғат тармағында тир түгә. Гәзиттә үткер мәҡәләләре менән йыш сығыш яһай, шул уҡ ваҡытта баҫманың тиражын арттырыуға ла тос өлөш индерә. Ысынлап та, "Башҡортостан"да уҡымлы мәҡәләләр баҫтырыу булһынмы, гәзиттең сайтына көн ҡаҙағына һуҡҡан мәғлүмәттәр биреү тиһеңме, ошо эштәрҙең барыһына ла бик яуаплы ҡарай ул. Динә Ғәбдрәхим ҡыҙын күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ! Ҙур уңыштар юлдаш булһын, Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен. Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр Ошо бәхет ситләп үтмәһен! Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите. Фото: Динә Арыҫланова.