Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауылда воркаут- майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк

Әбйәлил район хакимиәтенең ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды аҡсаһына “Спорт тыуған ауылға” социаль проекты сиктәрендә, БР “Спартак” физкультура-спорт йәмғиәте” Әбйәлил ауылына шәп бүләк әҙерләй. Ауылда воркаут-майҙансыҡ төҙөләсәк. Проект үҫмерҙәр һәм йәштәр, балалар өсөн әүҙем физик ял зоналары булдырыуға һәм өлкән йәштәге кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән. Спорт комплексы урындағы мәктәп биләмәһендә төҙөкләндереләсәк. Нигеҙҙәренең эштәре тамамланған. Резина япмалы волейбол селтәре һәм воркаут-майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк. Бында шулай уҡ асыҡ һауала тренажер залы, гимнастик снарядтар, турниктар һәм башҡа спорт менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйен ҡоролмалар урын аласаҡ. Уларҙы урынлашыу яҡын көндәрҙә башлана. Билдәле булыуынса, төбәк Башлығы Радий Хәбиров республикала спортты һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға ныҡ иғтибар бирә. Шулай уҡ республикала “Ауыл тренеры” программаһы ла уңышлы эшләй. Идеяның авторы һәм проекттың инициаторы - Әбйәлил ауылында тыуып үҫкән, “Спартак” ФСЙ етәксеһе Фуат Дәминдәров. Фото һәм сығанаҡ: "Абзелил" гәзите.