Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда ҡайһы бер өйҙәрҙең баҡсаһын, ишек алдын ғына түгел, соландарына тиклем һыу баҫҡан. Баҙ эсенә тулған, уның күтәрелеп өй иҙәненә сығыу хәүефе бар, кәрәкле әйберҙәрҙе төйнәп әҙер генә ултырабыҙ, тигән кешеләр бар. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов халыҡҡа мөрәжәғәт итеп былай тип яҙҙы: “Хөрмәтле райондаштар! Оҙайлы ямғырҙар йылғаларҙың кинәт күтәрелеүенә килтерҙе. Машина менән үтеп булмаҫлыҡ юл участкалары бар, ҡайһы бер йорттарҙың ихатаһын баҫты. Тораҡ пункттарҙа кешеләрҙе ваҡытлыса тороу урындарына эвакуациялау тәҡдим ителә. Иҫке Собханғолда әле Ағиҙел йылғаһының кимәле – 492 см ( 10 см төшкән).Тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ алып барыла, хәл күҙәтелә. Ял көндәре тотороҡһоҙ һауа торошо һаҡлана. Ҡойма ямғырҙарға бәйле йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелеүе күҙаллана. Насар һауа торошона сәбәпле йыраҡ сәфәрҙәргә сыҡмаҫҡа, йылғаларҙа ағып төшөүҙе ойоштормай торорға кәңәш итәм. Һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ! Ашығыс ярҙам кәрәккәндә 112 һандарына шылтыратығыҙ. Мәндәғол ауылында 45 кеше, уларҙың 18-е – бала, йәшәгән 15 йортто һыу баҫты. 27.07.24 йылда 6.35-тә был өйҙәрҙәге кешеләр эвакуацияланды, әлеге мәлдә улар туғандарында. Ваҡытлыса тороу урыны һәм Мәндәғол ауылының мәҙәниәт йорто шул маҡсатҡа әҙерләнгән, тик унда барыуҙан баш тарттылар. Шулай уҡ 24 турист эвакуацияланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса көстәр һәм саралар юғары әҙерлектә. Ағиҙел ярын нығытыу буйынса эш башҡарылды. Халыҡты эвакуациялау өсөн 25-әр урынлыҡ өс автобус, ваҡытлыса тороу урындары әҙерләнде”.