Уймаҡ хикәйә Йәмле йәй көнө. Етенсеме, һигеҙенсеме класты бөткән ваҡыт булды буғай. Еҙнәйҙең усаҡлыҡ түбәһенә ҡыҫтырып ҡуйған бармаҡҡа һыймалы еҙ торбаһынан балдаҡ эшләп маташам. Тигеҙләп ҡырҡып алып, ситтәрен йоморолатып, ялтыратып ебәргәс, ҡәҙимге, үҙенә күрә килешле генә килеп сыҡты. Шул мәл ҡапҡа шығырлағаны ишетелде. Әйләнеп ҡараһам, башына күркәм итеп, яурындарына төшөрөп, сағыу төҫтәге яулыҡ ябынып, матур итәкле күлдәк, аяҡтарына йылҡылдап торған калуш кейеп алған өләсәйем инеп килә. Һаулыҡ һорашҡас: – Нимә эшләп ултыраһың, балам? – тип шөғөлөм менән ҡыҙыҡһынды. – Балдаҡ, өләсәй, балдаҡ! – Мин маҡтанғандай итеп, ҡояшҡа ялтырап торған балдаҡты күрһәттем. Өләсәйем: – Балаҡайым, ҡайһылай һәйбәт килеп сыҡҡан, магазинныйға оҡшап тора бит, – тине һоҡланып. Өләсәйҙең маҡтауына күңелем күтәрелеп китте. – Кейеп ҡара әле, – тип уға һондом. Балдаҡ уның бармағына үлсәп эшләгәндәй тап-таман булды ла ҡуйҙы. – Ҡара әле, миңә ярап ҡына тора. Бигерәк матур булған! – Өләсәйем миңә йылмайып ҡараны