Яуым-төшөм күп булғанлыҡтан Бөрйән районының Һарғая ауылында Башарт йылғаһының һыу кимәле күтәрелгән. Ташҡын һөҙөмтәһендә Иҫке Собханғол – Ҡағы юлынан Һарғая ауылына тиклем барған юлдың ике участкаһы һыу эсендә, шулай уҡ Бешәке йылғаһы аша күпер ҙә. Әле Һарғая ауылына Ҡолғона ауылы аша резерв юлдан барырға мөмкин. Халыҡҡа хәүеф янамай. Зыян күреүселәр юҡ. Башарт һәм Бешәке йылғаларының кимәле яйлап кәмей. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы ташҡынға бәйле хәлде контролдә тота. Шулай уҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары йылғаның икенсе яғына ҡайтырға талап ителгән биш турисҡа ярҙам итте. Бер кем дә зыян күрмәгән. Алдағы тәүлектә Башҡортостанда көслө ҡойма ямғыр, ел тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем етеүе көтөлә. Автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем насарая. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы һауа
