Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Журналистика оҫтаханаһы” - Мәсетле районында

Семинарҙа журналистар эшмәкәрлегенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде, сайттар һәм социаль селтәрҙәрҙе нисек алып барыу, көнүҙәк темаларҙы нисек яҡтыртыу тураһында һөйләнеләр, тип хәбәр итә «Мәсетле тормошо» гәзите. БР-ҙың «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев хәбәр итеүенсә, «Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт» проекты БР Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Аҡсаға гәзит редакциялары өсөн төрлө ҡорамалдар һатып алына. - Баҫма киң мәғлүмәт саралары - хәҙерге заман уҡыусылары ышаныс белдергән киң мәғлүмәт төрө ул. Әлбиттә, был тармаҡта хәл итәһе проблемалар ҙа бар. Шуларҙың береһе — почта эшләмәгән ауылдарға гәзит таратыу, - тип билдәләне ул. «Башҡортостан Республикаһы» мәғлүмәт агентлығының ваҡытлы матбуғатты таратыу бүлеге начальнигы Айнар Байбулатов «Изге подписка» акцияһы хаҡында һөйләне, уның сиктәрендә һәр кем республика һәм район гәзиттәренә яҙыла ала. Журналистарҙың төньяҡ-көнсығыш район-ара ижади ойошмаһы рәйесе Сөмбөл Исмәғилева тираждарҙың кәмеүе һәм кадрҙар етешмәүе тураһында һөйләне. Әммә шул уҡ ваҡытта төньяҡ-көнсығыш мәғлүмәт үҙәктәре журналистары райондарҙың социаль тормошонда әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Семинарҙа журналистарҙы бүләкләү тантанаһы ла булды. Күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте, әүҙем мәғлүмәт-ағартыу эше һәм тармаҡ үҫешенә индергән өлөшө өсөн Почет грамоталарын «Мәсетле тормошо» гәзитенең баш мөхәррире Эльвира Баһауетдинова һәм Мәсетле мәғлүмәт үҙәгенең өлкән тәржемәсеһе Зөләйха Мөхтәрова алды. Шулай уҡ журналистар семинарын әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллинға «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йортоноң Рәхмәт хаты тапшырылды. Фото: «Мечетлинская жизнь».