Найти тему
Башҡортостан гәзите

400 грамлыҡ бәпес тыуған

Апрель башында Өфөлә, республика клиник перинаталь үҙәгендә ауырлығы 400 грамлыҡ һәм буйы 27 сантиметрлыҡ сабый тыуған. Бәпескә София тип исем биргәндәр. Билдәле булыуынса, ул ғаиләлә күптән көтөлгән сабый. Табиптар бәләкәй баланың ғүмере өсөн тәүге секундтарҙан уҡ көрәшә: ашатыуын яйға һала, үҙаллы тын алырға ярҙам итә. Бәхеткә күрә, уларҙың тырышлыҡтары һөҙөмтә бирә һәм София һауыға. – Был республика өсөн уникаль күренеш. Быға тиклем табиптарҙың бындай ауырлыҡтағы сабыйҙы һауыҡтыра алғаны булманы, – тип һөйләнеләр үҙәктә. 110 көн үткәс, Софияның ауырлығы – 2472 грамм. Сабыйға бәхетле бала саҡ теләйек! Фото: Башинформ.