25 июлдә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында күп балалы ғаиләнең өйөндә янғын сыҡҡан. Был хаҡта республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Һөҙөмтәлә йорт һәм йәйге аш-һыу бүлмәһе тулыһынса янып бөткән. Билдәле булыуынса, өйҙә әсә кеше биш балаһы менән йәшәгән. Бәхеткә күрә, янғында бер кем дә зыян күрмәгән. Әлегә ғаилә туғандарында йәшәйәсәк. Икенсе янғын шулай уҡ 25 июлдә Иглин районында теркәлгән. Унда коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренең береһендә янғын сыҡҡан. Өйҙә биш балалы ғаилә йәшәгән булған. Ут һыуытҡыс торған верандала тоҡанған. Ҡыҙҙарының береһе янғын башланғанын һиҙеп, балаларҙы эвакуациялап өлгөргән. Һуңынан ут һәм төтөн йортҡа үтеп инә. Бәхеткә күрә, был осраҡта ла зыян күреүселәр юҡ. Әлегә янғындар буйынса тикшереү эштәре бара. Фотолар: МЧС.