Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә бик көслө ҡойма ямғырҙар яуыуы арҡаһында Әбйәлил районының Озерный ауылында һыуҙы ҡапыл күтәргән. Ташҡын һөҙөмтәһендә Йәштәр, Үҙәк һәм Рәмзиә Тайсина урамдары буйлап 76 йорт ихатаһы һыу аҫтында ҡала, уларҙа 195 кеше йәшәй. Зыян күреүселәр юҡ. Халыҡты иҫкәртеү саралары күрелгән. Һыу баҫыу урындарында ярҙам күрһәтеү маҡсатында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй, ҡеүәтле автомобилдәр йәлеп ителгән. Әбйәлил районында ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләгәндәр. Һыуға юл асыу буйынса бөтә кәрәкле эштәр башҡарыла. Һөҙөмтәлә һыу кимәле яйлап түбәнәйә. Баш идаралыҡ көстәре һәм саралары юғары әҙерлек режимында ҡала. Тәүлек әйләнәһенә килеп тыуған хәлде күҙәтеү ойошторолған, Баш идаралыҡтың оператив штабы эшләй. Хәл контролдә тотола. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, каналды тәрәнәйтеү, өҫтәмә торбалар һалыу кеүек эштәр башҡарғандан һуң Озерный ауылының йорт яны биләмәләренән һыу киткән. Михайловка ҡасабаһында һыу йылғаның үҙәненә кире ҡайта, йорт яны биләмәләрен һыуҙан азат итеү саралары күреләсәк. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.