Яҙмыш, маңлайыңа яҙылғанды күрәһең, тигән һүҙҙәрҙе һәр кем ишеткәне барҙыр. Берҙән-бер улы Фәнистең фажиғәле үлеменән һуң Гөлсинә апай ҙа быға ныҡлы инанды. Өйләнешеүҙәренә биш йыл тигәндә ире район үҙәгенән машинаһында ҡайтып килгәндә боҙлауыҡлы юлдан ситкә сығып осоп һәләк булды. Эшкә киткән еренән шулай хушлашып та тормай мәңгелеккә китеп барҙы. Иренең төҫө итеп, ҡәҙерләп кенә үҫтерҙе улын Гөлсинә апай. Ул атаһына оҡшап бәләкәйҙән техника менән ҡыҙыҡһынды. Атаһының иҫке мотоциклын һүтеп-йыйып көндәре үтте. Үҫә төшкәс атаһынан ҡалған еңел машинаны ла йөрөтөргә өйрәнеп алды. Ун һигеҙ йәше тулғанда тәжрибәле водителдәрҙән ҡалышмай ине. Ләкин тап техника уның башына етте. Тәүге тапҡыр юл фажиғәһенә дуҫтары менән күрше ауыл клубына китеп барған ерҙә тарыны. Йәштәр тейәлешкән еңел машинаға ҙур машина килеп бәрелде. Рулдә барған Фәнис һөйгән ҡыҙы Рәзиләне юғалтты, үҙенең яуырыны һынып оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сыҡты. Тән генә түгел, йән ғазабы ла алып килде был фажиғәле хәл уның өсөн.