Найти тему
Башҡортостан гәзите

Район иҡтисадына үҙ өлөшөн индерә

Баймаҡ районы һәм төбәк үҫешенә тос өлөш индергән “Семеновск руднигы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте файҙалы ҡаҙылмалар табыу йүнәлешендә уңышлы эшләгән предприятие. Предприятие Көнсығыш–Семенов ятҡылығы һәм Йолалы ятҡылығы рудаларын эшкәртеү буйынса фабрика төҙөүҙе планлаштыра. Әлеге этапта үҙ средстволарын индерә һәм киләсәктә уны тормошҡа ашырыу өсөн ситтән инвесторҙар йәлеп итергә уйлай. Йәмғиәт байыҡтырыу фабрикаһын яңыртырға ниәтләй һәм уның ҡеүәтен арттырып, Көнсығыш-Семенов ятҡылығында алтын табыу маҡсатын ҡуя. Фабриканың етештереүсәнлеге модернизациянан һуң йылына 1,11648 млн тонна сеймал тәшкил итәсәк, шул иҫәптән 600 мең тонна алтын кварц рудаһы һәм 516,48 мең тонна флотация “ҡойроғо” (хвостов) алтын-баҡыр–цинк рудаһы буласаҡ. II сират проекты составына буяу һәм зарарһыҙландырыу майҙансыҡтары, компрессорҙар; десорбция һәм электролиз бүлеге; реагенттар склады; инженерлыҡ селтәре инә. Юғарыла үлсәнгән алтын кварц рудаһы һәм флотация “ҡойроҡ”тары беренсе сиратта эшкәртеләсәк. Икенсе сиратта предприятие мәғдәндән - 62,72% һәм “ҡойроҡ”тан 14,1% лигатур алтынын аласаҡ. “Семеновск руднигы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2020 йылдан алып эшләй. Предприятие Көнсығыш –Семенов ятҡылығын эшкәртә, 1,99 кв км майҙанды биләгән ятҡылыҡтың запасы 3,27 млн тонна мәғдән, 3,285 тонна алтын, 40,3 тонна көмөш тәшкил итә. Шулай уҡ “Семеновск руднигы” етәкселеге райондың социаль проблемалырын хәл итеүҙә үҙ өлөшөн индерә, күп кенә мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға, мәктәптәргә, ойошмаларға һәм ижади коллективтарға, махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ылау туплауҙа, яугирҙәргә кәрәк-яраҡтар алыуҙа, район һабантуйын, “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйын, “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалдәрен үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Билдәле булыуынса, сәнәғәте үҫтереү мәсьәләһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими иғтибары үҙәгендә. Ул сәнәғәт темаһына тәрән үтеп ингән, производстволағы етәкселәрҙең барыһын да таный һәм белә, әгәр ҙә инде берәй сетерекле мәсьәлә килеп сыҡһа, уның буйынса һәр береһе менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә. Бында һүҙ республика етәксеһе тарафынан үткәрелгән "Сәнәғәт сәғәте", "Инвестиция сәғәте", даими уҙғарылған ведомство-ара комиссия ултырыштары тураһында ғына бармай, әлбиттә. Төбәк етәксеһе проекттарҙың бөтәһен дә шәхсән күҙәтеүе аҫтына алған. Һүҙ ҙә юҡ, комплекслы һәм эҙмә-эҙлекле алып барылған эштәр һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Ысынлап та, Башҡортостандың беренсе баҫҡысҡа күтәрелеүе - беҙҙә сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәле бойомға ашырылыуына дәлил.