Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Журналист" ялға ҡайтҡан!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, былтыр, декабрь айында, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланған ине. Ошо көндәрҙә ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. "Журналист" позывнойлы яугир хеҙмәттәштәре менән осрашырға килгән. "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында хәрби бурысын үтәүсе хеҙмәттәшебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин ниһайәт, ялға ҡайтты! Бөгөн коллегабыҙ беҙгә - эш урынына килде. Күрештек, һөйләштек, бергәләп сәй ҙә эстек. Шул арала ул "Юлдаш" радиоһында тура эфирҙа әңгәмә бирергә лә, БСТ телеканалында көн дауамында барған "Батырҙар дәүере" телемарафонында ҡатнашырға ла өлгөрҙө. Бөгөн тележурналисты "Яңылыҡтар" сығарылышында һеҙ ҙә күрә алаһығыҙ. Хеҙмәттәшебеҙ тураһында беҙҙең хәбәрселәр ҙә сюжет төшөрҙө. Коллегабыҙ хәрби туғанлыҡ тураһында байтаҡ ҡына йылы һүҙҙәр һөйләне. Уның һәр ваҡыттағыса ысын ир-егеттәрсә ҡыйыу кәйефенә шөкөр тинек. Рафиҡ Үзбәк улына матур ял, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә ныҡлы көс

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, былтыр, декабрь айында, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланған ине. Ошо көндәрҙә ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. "Журналист" позывнойлы яугир хеҙмәттәштәре менән осрашырға килгән. "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында хәрби бурысын үтәүсе хеҙмәттәшебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин ниһайәт, ялға ҡайтты! Бөгөн коллегабыҙ беҙгә - эш урынына килде. Күрештек, һөйләштек, бергәләп сәй ҙә эстек. Шул арала ул "Юлдаш" радиоһында тура эфирҙа әңгәмә бирергә лә, БСТ телеканалында көн дауамында барған "Батырҙар дәүере" телемарафонында ҡатнашырға ла өлгөрҙө. Бөгөн тележурналисты "Яңылыҡтар" сығарылышында һеҙ ҙә күрә алаһығыҙ. Хеҙмәттәшебеҙ тураһында беҙҙең хәбәрселәр ҙә сюжет төшөрҙө. Коллегабыҙ хәрби туғанлыҡ тураһында байтаҡ ҡына йылы һүҙҙәр һөйләне. Уның һәр ваҡыттағыса ысын ир-егеттәрсә ҡыйыу кәйефенә шөкөр тинек. Рафиҡ Үзбәк улына матур ял, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә ныҡлы көс туплап, тиҙерәк имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Шулай булһын, Аллабирһә", - тип яҙған яугирҙең хеҙмәттәше Рәйлә Күсемханова. Фото һәм сығанаҡ: "Ҡош теле" төркөмөнән