Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Был урындан балалар өҙөлмәй

ЙӘМӘҒӘТ КИҢЛЕГЕ Башҡортостаныбыҙҙағы ниндәй генә ауылға барма, һәр береһе күркәм һәм төҙөк. Уларҙың һәр береһендә тырыш һәм уңған кешеләр йәшәй. Йорттарҙың ыҡсымлығы, бигерәк тә яҙмышын ауыл менән бәйләгән йәштәрҙең ҙур өйҙәр күтәреүе, эргә-тирәләрен һәр саҡ тәртиптә тотоуы шуға асыҡ миҫал. Ҡунаҡ әҙ ултырыр, күп һынар, тибеҙ. Мәҫәлән, беҙ ҙә Балаҡатай районының Урғалы станцияһы ауылына ҡояш арҡан оҙонлоғо күтәрелгәндә килеп ингәйнек. Баҡсаларында тир түккән егәрлеләрҙе осраттыҡ, малай һәм ҡыҙҙар ҡайҙалыр ашыға ине, бер нисә трактор урам буйлап килде лә, урман тарафтарына юл тотто – бесәнселәр икән. Ҡыҫҡаһы, был яҡтарҙа көйләнгән тормош үҙенең яйы менән бара. Бында ауылға йәм һәм ҡот өҫтәүсе, олоһон да, кесеһен дә үҙенә тартыусы тағы бер урындың булыуын күреп ныҡ шатландыҡ. Урғалы станцияһы ауылында 2020 йылда бынамын тигән балалар майҙансығы (ауылдың мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашҡан) төҙөлгән. Урыны шул хәтлем уңайлы һайланған – ул ауыл хакимиәте бинаһы менән клубтың араһында урынла

ЙӘМӘҒӘТ КИҢЛЕГЕ Башҡортостаныбыҙҙағы ниндәй генә ауылға барма, һәр береһе күркәм һәм төҙөк. Уларҙың һәр береһендә тырыш һәм уңған кешеләр йәшәй. Йорттарҙың ыҡсымлығы, бигерәк тә яҙмышын ауыл менән бәйләгән йәштәрҙең ҙур өйҙәр күтәреүе, эргә-тирәләрен һәр саҡ тәртиптә тотоуы шуға асыҡ миҫал. Ҡунаҡ әҙ ултырыр, күп һынар, тибеҙ. Мәҫәлән, беҙ ҙә Балаҡатай районының Урғалы станцияһы ауылына ҡояш арҡан оҙонлоғо күтәрелгәндә килеп ингәйнек. Баҡсаларында тир түккән егәрлеләрҙе осраттыҡ, малай һәм ҡыҙҙар ҡайҙалыр ашыға ине, бер нисә трактор урам буйлап килде лә, урман тарафтарына юл тотто – бесәнселәр икән. Ҡыҫҡаһы, был яҡтарҙа көйләнгән тормош үҙенең яйы менән бара. Бында ауылға йәм һәм ҡот өҫтәүсе, олоһон да, кесеһен дә үҙенә тартыусы тағы бер урындың булыуын күреп ныҡ шатландыҡ. Урғалы станцияһы ауылында 2020 йылда бынамын тигән балалар майҙансығы (ауылдың мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашҡан) төҙөлгән. Урыны шул хәтлем уңайлы һайланған – ул ауыл хакимиәте бинаһы менән клубтың араһында урынлашҡан. Майҙансыҡ "Уңайлы ҡала мөхите" федераль проекты нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Биләмә кесе архитектура формаһы буйынса төҙөкләндерелгән. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса һуңғы йылдарҙа балалар уйын майҙансыҡтарында тулыһынса тәртип булдырылды. – Балалар уйын майҙансыҡтары бәләкәстәргә хәүеф тыуҙырмаҫҡа тейеш. Республикабыҙҙа был тәңгәлдә эштәрҙе тағы ла көсәйтәсәкбеҙ. Әгәр ҙә быҙ быға тотонғанбыҙ икән, тимәк, уны яҡлаясаҡбыҙ һәм был эште аҙағынаса хәтлем алып барып еткерәсәкбеҙ. Балалар майҙансыҡтарында заманса стандарттар булдырабыҙ. Уларҙың нисек итеп бай йыһазландырыуын һәм хәүефһеҙ йомшаҡ япма түшәлеүен күреү шул тиклем һөйөнөслө, - тигәйне ул сираттағы оператив кәңәшмәләрҙең береһендә. Урғалы станцияһы ауылы советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәрхәнә Шакирова белдереүенсә, балалар майҙансығы төҙөлгәс, урғалылар ғына түгел, ә эргә-тирә ауылдарҙан да кешеләр бында йыш килә башлаған. Иң мөһиме, ошо урын бер кемгә лә хәүеф тыуҙырмай. Майҙансыҡҡа йомшаҡ япма һалыныуы, уңайлы карусель ултыртылыуы, һөҙәк итеп һырғалаҡ эшләнеүе, пружиналы машина беркетелеүе һәм башҡа уңайлыҡтар шуға асыҡ миҫал. Беҙ ҙә әҙ генә бала саҡҡа әйләнеп ҡайттыҡ. Нисек тиһегеҙме? Каруселдә өйөрөлдөк, өйгөстә тирбәлдек, уйынсыҡ автомобилендә йөрөнөк. "Халыҡҡа оҡшаймы?" Ошо турала ла белге килә ине. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, бәләкәй балаларын етәкләгән бер ғаиләгә тап булдыҡ. Форсаттан файҙаланып, йәштәр менән әңгәмәлштек. – Буш ваҡыт булыу менән, улай ғына ла түгел, үҙебеҙгә ял ойоштороу маҡсатында балалар майҙансығына йыш киләбеҙ, – тип һөйләй "Газпром Трансгаз Уфа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Урғалы магистраль газүткәргестәре линия етештереүе идаралығы һаҡсыһы Руслан Ҡәнипов. – Бында иһә балаларға бөтөнләй бүтән мөхит – рәхәтләнеп уйнайҙар, өйҙән айырмалы асылалар, иптәштәре менән геү киләләр. Ошонан тыш тағы нимә кәрәк балаларға? Бәләкәстәрҙең бала сағы бик бәхетле, ифрат һөйөнәм, ул шулай оҙаҡ дауам итһен. Һүҙгә ҡушылған Руслан Рафаэль улының кәләше - ошо уҡ ойошмала директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса ярҙамсыһы Динара ханым билдәләүенсә, йәшерен-батырын түгел, хәҙер балаларҙы кеҫә телефонынан айырыуы зерә ауыр, әммә мөмкин. Шуның бер юлы – бергәләшеп тәбиғәт ҡосағына сығыу, ял урындарына барыу, балалар майҙансыҡтарына алып сығыу. Ауылда төпләнгәс, эш күп тиһәләр ҙә, ғәзиз кешеләребеҙ өсөн дә ваҡыт таба белергә кәрәк. – Һуңғы йылдарҙа тормош күпкә яҡшырҙы, киләсәккә өмөттәрҙең уянғанын әйтеп тораһы ла түгел, – тип һөйләй өс бала әсәһе Динара Әнүәр ҡыҙы. – Ауылда йәшәү өсөн һәр яҡлап та уңайлыҡтар тыуҙырылды, шарттар ҡала фатирынан да һәйбәтерәк булмаһа әле. Етәкселек һәр саҡ халыҡ янында, улырҙың кәйефен белә һәм эш йүнәлешен дә кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлткән. Динара менән Руслан Ҡәниповтар ғүмер иткән Урғалы станцияһы ауылы Силәбе өлкәһе менән сиктәш. Өйөңдәге хәлеңде күршеңдән һораш тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Улар ҙа һирәк-һаяҡ булһа ла таныштары йәшәгән күрше төбәккә барып әйләнәләр икән. Баҡтиһәң, Силәбе тарафтарында бындай уңайлыҡтар юҡ тиерлек, булғаны ла бөтөү йәки иҫкереү сигендә. Шуға күрә лә улар Башҡортостандағы тормошҡа көндәшеп ҡарайҙар, бындай яҡшылыҡтың үҙҙәрендә булыуын теләйҙәр. – Ысынында, шулай, Силәбе өлкәһенә барыу менән кире ҡайтҡы килә башлай, – ти Динара Ҡәнипова. – Уларҙа ла йәшәйеш үҙҙәренсә гөрләгән һымаҡ, әммә... Әйтәйек, беҙ тормош иптәшем менән өс балаға (Эвелина, Ралина ҡыҙҙарыбыҙ, Тамерлан улыбыҙ буй еткерә) ғүмер бүләк иттек, ғәзиздәребеҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн тырышабыҙ. Көнкүрешебеҙҙә бөтә яҡлап та уңайлыҡтар тыуҙырылғас, йәшәүе лә күңелле, эшкә ашығып барып, йортобоҙға йүгереп тигәндәй ҡайтабыҙ. Ошо бәхет түгелме ни! Фото: Фәрхәнә Шакирова. Мәсхүт МИҢЛЕҒӘЛИН, Балаҡатай районы хакимиәте башлығы: – Беҙҙең районда 1 июндә генә түгел, ә бүтән ваҡытта ла балалар өсөн саралар даими ойошторола. Унда малай һәм ҡыҙҙарҙың күпләп ҡатнашыуы – ҡыуандыра. Һәр береһе ниндәй ҙә уйында ҡатнашып, мотлаҡ рәүештә бүләк ота, был инде бигерәк тә маҡтауға лайыҡ. Бынан тыш бәләкәстәр йырларға ярата, бейергә атлығып тора, тасури итеп шиғыр ятларға, әҫәрҙәрҙән өҙөктәр һөйләргә лә әүәҫ. Маҡсатыбыҙ – ошо балалар байрамы тураһында һәр кемгә онотолмаҫ мәлдәр бүләк итеү, киләһе сараға килергә барыһы ла ашҡынып торһон өсөн уларҙы ҡыҙыҡлыраҡ итеп уҙғарыу.