Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ағас эше оҫтаһы матурлыҡ тыуҙыра

Ришат Ғәлинуров Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында йәшәй. Сығышы менән ошо райондың Шамрат ауылынан. Уны был төбәктә ағас эше оҫтаһы булараҡ беләләр. Был шөғөл бала саҡтан күңеленә яҡын, сөнки атаһы ла балта оҫтаһы булған. – Атайыбыҙ ағастан әллә ниндәй ҡатмарлы әйберҙәр эшләмәне, әммә ябай ғына балта һабын да шундай матур итеп эшләп ҡуйыр ине. Бала саҡта уның ағас менән булышыуын һоҡланып күҙәтергә яраттым, - ти Ришат Йыһанур улы. Ҡариҙел оҫтаһы – һөнәре буйынса уҡытыусы, байтаҡ йылдар мәктәптә хеҙмәт дәресен уҡытҡан. Ә бөгөн ул төбәктәге туристик базаларҙы, ял урындарын ағас ярҙамында матурлауға өлөшөн индерә, халыҡтан алынған заказдар буйынса ла эшләй. Оҫтаның ғаиләһе лә бына тигән: тормош юлдашы Валерия ханым менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Яҡындары Ришат ағайҙың шөғөлөн аңлап ҡарай, кәрәкһә, ярҙам да итеп ебәрә. Әле был видеояҙмала һеҙ Ришат Йыһанур улы эшләгән сираттағы ял итеү урынын күрәһегеҙ. Ағастан шундай оҫта итеп эшләнгән ҡош, йәнлек һындары ысын кеүек. Эскәмйәләр, өҫтәл, семәрле диуарҙар ҙа һоҡланыу хисе генә уята. Алтын ҡуллы Ҡариҙел оҫтаһына “Афарин!” тибеҙ. Видео: Ришат Ғәлинуровтан. Фотолар: видеонан скриншот.