Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 25 июлдә, төн уртаһында Күгәрсен районының Йомағужа ауылында Салауат ҡалаһында йәшәгән 29 йәшлек ир "Irbis" мотоциклында хәрәкәт иткәндә юлдан ситкә сығып ауҙарыла. Аварияла йәрәхәт алған 27 йәшлек пассажир, юл-трансопорт ваҡиғаһынан бер сәғәт үткәс, медицина учреждениеһында вафат була. Мотоцикл водителе үҙе лә дауаханаға оҙатылған, ул мотошлем кеймәгән булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү үткәрелә, бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән. Шулай уҡ бөгөн көндөҙгө сәғәт 11-ҙә Дыуан районының Мәсәғүт ауылында 47 йәшлек водитель "Урал" кранында көйләнгән йәйәүлеләр үткәүелендә йәйәүлене бәрҙерә. Юл-транспорт ваҡиғаһында 75 йәшлек ҡатын ашығыс медицина ярҙам килгәнсе үк вафат булған. Шаһиттар әйтеүенсә, светофор йәшен һуҡҡандан һуң боҙолған, ул юл-транспорт ваҡиғаһы ваҡытында эшләмәгән. Водитель аңлатыуынса, кран уҡтары уға юл ситендәге йәйәүлене күрергә ҡамасаулаған. Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Хөрмәтле водителдәр, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Иң мөһиме - ашыҡмағыҙ, күп осраҡта ошо ашығыу арҡаһында кеше бәләгә тарый. Фото сығанағы: БР Дәүләт автоинспекцияһы.