“Башҡортостан” гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мусина Белорет районында командировкала. Бөгөн ул Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванович Иванюта менән осрашты. Осрашыу барышында Андрей Иванович республикала майҙаны буйынса иң ҙуры булған, тау һәм урмандар ҡосағында урынлашҡан райондың бөгөнгө һулышы, үҫеше тураһында һөйләне һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Ысынлап та, Иҙел башы бар яҡлап та бай һәм үҙенсәлекле төбәк. Унда бер түгел ике – Морат һәм Абҙаҡ тау саңғыһы үҙәктәре урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа күпләп ял итеү базалары, глэмпингтар төҙөлә. Был район туристар мәккәһенә әйләнеп бара. Ошо хаҡта “Башҡортостан” гәзитендә һәм беҙҙең социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә яҡындан таныштырырбыҙ. Автор фотолары.