Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡа яҡтан да паркты күрергә киләләр

ЙӘМӘҒӘТ КИҢЛЕГЕ “Дуҫлыҡ” паркы эшләй Халыҡҡа эш урындарынан тыш, ял итеү өсөн шарттарҙың булыуы ла бик мөһим. Йәрмәкәйҙәр был йәһәттән маҡтана ала, сөнки уларҙа олоһон ла, кесеһен дә йәлеп итерлек “Дуҫлыҡ” паркы эшләй. Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндерелә. Быға тиклем унда велороллер юлы ғына эшләнгән була. 2018 йылдан алып паркта йырын аша күперҙәр яһала, уның ярҙары нығытыла, резина һәм асфальт-бетон япмалы йәйәүлеләр өсөн юлдар булдырыла, фонтан ҡуйыла, балалар, спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Эскәмйә, урналар ҡуйыла, периметр буйынса яҡтыртҡыстар ҡорола, 16 видеокамера көйләнә. 2022 йылда балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү өсөн барлыҡ билдәләре ҡуйылған автомобиль ҡаласығы ҡорола. Йәш быуын бында килеп юл ҡағиҙәләләрен өйрәнә, улар өсөн дәрестәр үткәрелә. Былтыр ғына бында футбол һәм хоккей уйнау өсөн резина япмалы майҙансыҡ һәм амфитеатр эшләнгән. Быйыл паркты төҙөкләндереү тулыһынса теүәлләнәсәк. Парктың матурлығын, уңайлығын баһалаусылар, әлбиттә, унда ял итеүселәр. Иртәнге сәғәттәрҙә булһа ла, был көндө бәләкәстәре менән йөрөүселәрҙе күрҙек. – Көн һайын киләбеҙ. Элек бындай уңайлыҡтар юҡ ине. Балаларға бик оҡшай, –тигән фекерҙәр ишеттек. Иҫке Сүлле ауылынан район үҙәгендәге паркты күрергә килгән Миләүшә менән Айнур Әһлиулиндар ғаиләһен тап иттек. Улар улдары Азамат, Әлмир менән бергәләшеп килгәйне. – Үҙебеҙ Октябрьский ҡалаһында йәшәйбеҙ. Был паркта беренсе тапҡыр. Бик матур. Хәҙер бында балаларға уйнарға урындар күп, – тине улар. “Еңеү” паркы яҡташтар батырлығын хәтерләтә Район үҙәгендә халыҡты тартып торған йәнә бер урын бар - “Еңеү” паркына ла халыҡ яратып йөрөй. Элек унда ағастар үҫеп ултырһа, бөгөн ул патриотик рух бөркөп торған урынға әүерелгән. Бында бик күп тарихи патриотик объекттар, монументтар бар. Яҡташтары, отставкалағы полковник, райондың почетлы гражданины Ғилем Ғәлимовтың башланғысы менән экспонат итеп самолет алып ҡайтҡандан һуң башлана илһөйәрлек рухлы парк булдырыу. Артабан пушка, бронетранспортер, танк ҡайтарыла. Яугир-интернационалистарға, локаль һуғышта ҡатнашыусыларға һәйкәл дә унда тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килә. 1812 йылғы Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына, тыл хеҙмәтсәндәренә арналған һәйкәл дә ҙур мәғәнәгә эйә. Ошонда уҡ десантсы яугирҙәргә лә стела ҡуйылған. Тап ошондай мемориаль комплекстар йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә әһәмиәтле роль уйнай, яҡташтарҙың батырлығын онотмаҫҡа булышлыҡ итә. Район хакимиәтенән әйтеүҙәренсә, махсус ойошманы йәлеп итеп, эскиз проекты эшләтеп, киләһе йылда бында тулыһынса реконструкция эшләү ниәтләнә. Хәрби техниканы постаменттарға ҡуйып, заманса талаптарға яуап биргән паркка әйләнәсәк ул. Еңеү паркынан Дуҫлыҡ паркына тиклем машина йөрөмәгән тыныс урамдарҙан йәйәү үтеү мөмкинлеге лә килгән ҡунаҡтарға райондың күркәм урындары менән танышыу йәһәтенән бик уңайлы. ФЕКЕР Рауил АРЫҪЛАНОВ, район хакимиәте башлығының иҡтисад, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы, юл хужалығы, транспорт һәм элемтә буйынса урынбаҫары: –“Дуҫлыҡ” паркы бик матур, уңайлы урында урынлашҡан. Элек ағас, ҡыуаҡтар ғына үҫеп ултыра ине, халыҡҡа ял итеү өсөн заманса шарттар булманы. “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы барлыҡҡа килеүе паркты матурларға тигән ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырырға булышлыҡ итте. 2019 йылда уҡ республика ҡаҙнаһынан был маҡсатта дүрт миллиондан ашыу һум аҡса бүленде. Иң беренсе ҡоймаһын матурлауға, йәйәүлеләр өсөн юлдарын төҙөкләүгә иғтибарҙы бүлдек. Киләһе йылына республика тарафынан 10 миллион һум бүленде. Шулай итеп йылдан-йыл парк тулылана барҙы. Паркта яҡынса 60 миллион һумлыҡ эштәр башҡарылды Быйыл төҙөкләндереүҙе теүәлләйбеҙ. Әле һуңғы объекттар төҙөлә, сәхнә эргәһендә ҙур ғына йәйге кафе буласаҡ һәм оло йәштәгеләргә ял майҙансығы эшләү ниәтебеҙ бар. Ғөмүмән, парк - халыҡтың яратҡан урыны. Кисен ул балалар менән тулы. Паркта ҙур сәхнә булыуы ла уңайлы. Хәҙер аҙна һайын бында “Ғаилә кесаҙнаһы” тигән сара үткәрелә. Ҡышын да парк тынмай, ололар ҙа, балалар ҙа саңғыла йөрөргә сыға. Йәрмәкәйҙә йәшәгән кешеләргә генә түгел, ҡунаҡҡа ҡайтҡандарға ла күркәм ял итә торған урын ул был парк. Халыҡ ҡәнәғәт. Социаль селтәрҙәрҙәге фекерҙәр аша ла был күренә. Башҡортостанда байтаҡ парктар яңырҙы Төбәк етәксеһе вазифаһында эш башлаған осоронда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереүҙә тораҡ пункттарҙың тышҡы йөҙө тураһында уйларға кәрәклеген, уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың халыҡтың йәшәү сифатын күтәрергә булышлыҡ итеүен билдәләгәйне. Төҙөкләндерелгән парктар, скверҙар, ял зоналары, яҡшы үҫешкән инфраструктура – былар барыһы ла йәшәү уңайлылығын хәстәрләй. 2019-2024 йылдарҙа республикабыҙҙа йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Күп проекттар федераль аҡса иҫәбенә тормошҡа ашырылды. Бында иһә республиканың идара итеү командаһының көндәлек хеҙмәте сағыла. Барлыҡ проекттарҙа халыҡтың әүҙем ҡатнашыуын да билдәләү мөһим. Был эштәр тарихи урындарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән. Яңы һәм яңыртылған парктарҙың бер-береһенә оҡшамауы ла быны сағылдыра. "Уңайлы ҡала мөхите” федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, 2019 йылдан республикала 683 йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндерелде, шул иҫәптән 2023 йылда ғына – 123 биләмә. Автор фотолары.