Махсус хәрби операция башланғаны бирле Ишембай районының Уразбай ауылы халҡы яугирҙәргә ярҙам итеүҙә берләште. Ауыл ҡатындары берләшеп маскировка селтәрҙәре лә үргән, һалдаттарға кәрәкле ризыҡтар ҙа әҙерләп ебәргән. Ошо көндәрҙә ауылдаштар йәнә бергәләп һалдаттарға посылка әҙерләгән. Эште ауыл китапханаһы китапханасыһы Фатима Дәүләтҡолова ойошторған. – Беҙ һалдаттарға ярҙам иткән чатта торабыҙ. Уларҙан төрлө ризыҡтар кәрәк тигән үтенес булғас, тиҙ генә йыйылдыҡ та әҙерләнек. Ауылдашыбыҙ Нурия Иҫәнғолова ҡуян ите бирҙе. Уларҙан 40 банка тары бутҡаһы һәм 40 банка ҡарабойҙай бутҡаһы әҙерләнек, – тине ул. Оҙаҡ һаҡланған бутҡанан тыш һалдаттар өсөн Гөлназ Ғафарова дүрт йәшник ҡуйыртылған һөт эшләгән һәм бергәләп бауырһаҡ бешергәндәр. Банкалар менән ауылдаштары Айрат Йәмилов ярҙам иткән. Әйткәндәй, һалдаттарға ризыҡ әҙерләгән ҡатындар бөтә кәрәкле аҙыҡ-түлекте үҙ аҡсаһына һатып ала. – Посылканы яугирҙәргә иҫән-һау алып барып еткереүҙәрен теләйбеҙ. Әле егеттәргә маскировка селтәрҙәре бик кәрәк. Беҙ быға тиклем алты селтәр эшләп оҙаттыҡ, әммә тағы кәрәк. Шуға ауылдаштарҙы берләшергә һәм бергәләп үреп ебәрергә саҡырабыҙ, – ти Фатима Дәүләтҡолова. – Беҙ, әлбиттә, күпме кәрәк, шунса ярҙам итергә әҙер, тик бар теләгебеҙ – тиҙерәк һуғыш бөтһөн һәм егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Фото: Фатима Дәүләтҡолова.