Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәйәүлеләр өсөн юлдар хәүефһеҙерәк була бара

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡта аҡ ай кешеле мәғлүмәт секциялары менән беренсе светофор эшләй башланы. Был аҡ ай кешеле секция төп светофорҙың рөхсәт сигналына боролған водителдәргә хәрәкәт рөхсәт ителгәнен билдәләй, әммә тәүҙә юлды көйләнгән үткәүелдән аша сығыусы йәйәүлеләрҙе үткәрергә кәрәк тип иҫкәртә. Светофор Артем урамында Т-рәүешле юл сатында, 43-сө йорт ҡаршыһында ҡуйылды. Эргәлә 1-се балалар музыка мәктәбе һәм 31-се мәктәп урынлашҡан. Яңы светофор уҡыусыларға юлды хәүефһеҙ үтергә ярҙам итәсәк. Милли проект сиктәрендә Стәрлетамаҡта йәмғеһе 30 светофор яңыртылған. Шулай уҡ 2022 йылдан ҡалала йәйәүлеләр өсөн проекция үткәүелдәр ҡуя башланылар. Гобо-проекторҙар юл аша сыҡҡанда йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Улар арҡаһында “зебра” һыҙаты киске һәм төнгө ваҡытта ҡабатланасаҡ. Шулай итеп, йәйәүлеләр үткәүеле яҡтыраҡ һәм хәүефһеҙерәк була бара. Быйыл Стәрлетамаҡта милли проект буйынса 7,36 километр оҙонлоҡтағы 12 юл йүнәтелә. Барлыҡ эштәр июль аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.