Әбйәлил районында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Ҡырҙас ауылынан 16 йәшлек үҫмер водитель таныҡлығы булмай тороп, атаһының "Лада Ларгус" автомобиленең руле артына ултырған. Уның янында туғыҙынсы класта уҡыған дуҫы ла булған. Әммә үҫмерҙәргә руль артында оҙаҡ та барырға тура килмәгән:Ҡырҙас һәм Әхмәт араһындағы юлда яуапһыҙ водитель тиҙлекте арттырған һәм юлдан ситкә осҡан. Автомобиль түңкәрелгән. Пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Асыҡланыуынса, үҫмер атаһының машинаһына рәхсәтһеҙ ултырған. Әле ваҡиға буйынса тикшереү башланған. Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларығыҙ һеҙҙең өсөн ни тиклем ҡәҙерле булһа ла, водитель таныҡлығы булмай тороп, уларҙы руль артына ултыртырға ашыҡмағыҙ! Аҙаҡ машинаһыҙ ҙа, улһыҙ ҙа ҡалып ҡуйыуығыҙ ихтимал. Атай малы йәл түгел шул... Фото: асыҡ сығанаҡтан