“Рәсәйҙең көсө нимәлә?” тип һораһалар, һис икеләнеүһеҙ “Уның көсө – илһөйәр халҡында” тип яуап бирәбеҙ. Был һис тә арттырыу түгел, уны иҫбатлап тороу ҙа талап ителмәй, ә бары тик тарихҡа күҙ ташларға кәрәк. Ә был йылъяҙманы илһөйәр ватандаштарыбыҙ яҙа. Бөгөн уларҙың береһе – “Йәшел береттар” төркөмөн ойоштороусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәшәт Йәмил улы Фазлиәхмәтов менән таныштырабыҙ. Чечен Республикаһында хеҙмәт иткән саҡта уға хеҙмәттәштәренең Ватан хаҡына ғүмерҙәрен биргәнен күрергә тура килә, шуға ла тыуған яғына ҡайтҡас, ҡаһарман йөрәкле яугирҙәр иҫтәлегенә ансамбль төҙөү маҡсатын ҡуя. Хоҙай насип иткәс, ул яуҙан иҫән-һау ҡайта һәм, нәҙер итеп әйткән ниәтенә тоғро ҡалып, ансамбль ойошторорға тотона. Музыка аппараттары булмағас, һыйырын һәм атын һатып, шул аҡсаға кәрәкле бөтә әйберҙәрҙе ала. Тәүге концертты тыуған ерендә – Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауылында ҡуя. Был сығыш т