Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был урындан балалар тауышы өҙөлмәй

"БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ" Башҡортостанда "Башҡорт ихаталары" программаһының уңышлы тормошҡа ашырылыуы берәүгә лә сер түгел. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхсән күҙәтеүе аҫтына алынған. Әйткәндәй, ниндәй майҙансыҡты йәки урынды төҙөкләндереүҙе халыҡ тап үҙе билдәләй. "Башҡорт ихаталары" программаһы хаҡында сираттағы бер сығышында республика етәксеһе бына нимә тигәйне: – Беҙ "Башҡорт ихаталары"н дауам итергә булдыҡ. Уға ярашлы, быйыл 33 ҡала һәм районда 143 биләмә тәртипкә килтереләсәк. Ҡаҙнанан был маҡсатҡа бик күп аҡса бүленде. "Башҡорт ихаталары" - халыҡ тарафынан иң теләп ҡабул ителгән республика программаһы, ул 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла һәм шул осорҙа 1 326 ихата төҙөкләндерелде. Тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә, кешеләр үҙҙәре йәшәгән ауыл һәм ҡасабалағы йәки ҡалалағы "йомшаҡ" урындарҙы бик яҡшы белә һәм барыһынан элек, биләмәнең инфраструктураһын үҫтереү менән ҡыҙыҡһына. Тауыш биреү һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, юлдарҙы ремонтлауға, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә һәм йәшелләндереүгә, балалар майҙансыҡтарын йыһазландырыуға өҫтөнлөк бирелә башланы. Урындағы халыҡ, ниндәй йүнәлештәрҙең өҫтөнлөклө булыуын күреп, көн тәртибен үҙе асыҡлай. Ҡала һәм ауылдарға икенсе һулыш өҫтәгән "Башҡорт ихаталары" программаһы Октябрьскийҙа бик уңышлы тормошҡа ашырыла. Ысынлап та, бында килеп инеү менән яҡтылыҡ һәм таҙалыҡ шунда уҡ күҙгә бәрелә. Ә урындағы халыҡ быға ниндәй баһа бирә? Кешеләр ҡәнәғәтме? Мәҫәлән, Венера Моратованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул көн дә тиерлек бәләкәсе менән балалар майҙансығына ашыға. Рената иһә иртән тороу менән ашап алғас та кейенә башлай икән, сөнки биш йәшлек ҡыҙға бында хөрриәт: рәхәтләнеп бәүелсәктә эйеү, гамакка ятып өйөрөлөүе ныҡ оҡшай. – Декрет ялында ултырғас, саф һауала йөрөргә ваҡытым күп ҡала, – тип һөйләй Венера ханым. – Табиптар ҙа бала менән йыш тышта йөрөргә кәңәш итә. Балалар майҙансығы – үҙе бер ожмах төйәге, был һис тә арттырыу түгел. Республика етәксеһе Радий Хәбиров беҙҙең ҡалаға бер килгәнендә балалар майҙансыҡтарын төҙөү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны, рәхмәт ҙур итеп, вәғәҙәһен үтәне. Нәҡ ошонда Рената үҙенә әхирәттәр тапты, аралашыу йәнле бара, уйнап туймайҙар, өйгә ҡайтарып алып булмай. Үҙем иһә шулай уҡ таныштарымды осраттым, йәш әсәйҙәр менән һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Ысынлап та, был урын ҡалаға үҙенсә йәм һәм ҡот өҫтәй. Ул әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра. Ҡасандыр был урын шомло күренгән, унда шикле әҙәмдәр йөрөгән тиҙәр, ә 2018 йылдан һуң ул танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. "Башҡорт ихаталары" программаһы юлдарҙы киңәйтеү һәм яҡшыртыу, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыу, тротуар һалыу, бордюрҙарҙы яңыртыу, яҡтыртҡыс бағаналары ултыртыу, заманса балалар уйын майҙансыҡтары төҙөү кеүек маҡсаттарҙы үҙенә алған. Шуныһы, бындай уңышлы проектты финанслау республика ҡаҙнаһынан алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәк. Алексей ПАЛЬЧИНСКИЙ, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы: – "Башҡорт ихаталары" – республикабыҙҙа иң отошло һәм халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған программаларҙың береһе. Беҙҙең Октябрьский ҡалаһында проект йылдам алып барыла, иң мөһиме, уға халыҡ бик әүҙем ҡушылды. Улай ғына ла түгел, ул ҡалаға бөтөнләй яңы төҫ бирҙе, биҙәк булды. Мәҫәлән, шәхсән үҙем уға яуаплы кешеләр менән 35-се биҫтәне барып ҡараныҡ. Әйткәндәй, унда күптән түгел генә эштәр тамамланғайны. Шул хәтлем матур итеп үҙгәртеп ҡоролған, хатта танырлыҡ та түгел. Халыҡ менән аралаштыҡ, уларҙың был хаҡта фекерен белештек, һәр береһен тыңланыҡ. Әйткәндәй, ҡасандыр үҙем ошо ихатала йәшәнем. Башта бүтән адрес буйынса килгәнбеҙҙер тип уйланым, юҡ, 35-се икән. Киләсәктә беҙҙәге бөтә ихаталарҙа ла ошондай күркәмлек тыуҙырыласаҡ.