Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Хәрби хәрәкәттәр ветераны” танытмаһын алдылар

Донбасста хәрби бурыстарҙы үтәгән яугирҙәргә документтарҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы. “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һеҙҙең менән ғорурлана һәм һәр берегеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һеҙ – беҙҙең геройҙарыбыҙ. Проблемалар һәм ҡатмарлыҡтар килеп тыуһа, республиканың юридик командаһы һәм республика етәксеһе үҙе һәр саҡ ярҙамға килергә, теге йәки был мәсьәләне хәл итергә әҙер. Үҙегеҙгә бикләнмәгеҙ һәм йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, ил һәм Башҡортостан мәнфәғәтенә эшләгеҙ. Үҫеп килгән быуынға өлгө булығыҙ”, – тине Максим Забелин. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар танытмаһын алыусыларҙың береһе – Краснокама районынан “Рангобад” ҡушаматлы штурмовик Андрей Юзаев. Ул 2022 йылдың октябренән МХО-ла хеҙмәт итә. Артёмовск ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Штурмлау операцияларының береһендә минаға баҫып, аяғынан яҙа. Әлеге ваҡытта 32 йәшлек ир район дауаханаһында ҡарауылсы булып эшләй. “Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйем. Һынауҙарҙы үтербеҙ. Беҙгә ярҙам итәләр”, – ти ул. Гөлнур Ҡолһарина махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың уңышлы социалләшеүе хаҡында һөйләне. Әгәр ветерандарҙың тормошонда ниндәйҙер ауырлыҡтар килеп тыуһа, уларға юристар, табиптар, психологтар һәм башҡа белгестәр ярҙам итә: – Республика етәкселегенең бөтә идара итеү составы МХО-ла ҡатнашыусыларҙы социалләштереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Һүҙ кадрҙар проекттары, уҡытыу, мәшғүллеккә булышлыҡ итеү, йәмәғәт тормошона йәлеп итеү һәм башҡалар тураһында бара. Әйткәндәй, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” статусы бер нисә социаль гарантия бирә. Мәҫәлән, пенсия тәьминәте буйынса льготалар, торлаҡ өсөн түләүгә сығымдарҙың 50 процентын компенсациялау һәм башҡалар. Фото: Башинформ.