Башҡортостанда “Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында” Законға һәм БР Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. – Яңы үҙгәрештәр эттәрҙе урамда йөрөтөүгә ҡағыла. Йәмәғәт урындарында 30 сантиметрҙан бейегерәк эттәр морондоҡта йәки бер метрҙан да оҙонораҡ булмаған бәйҙә булырға тейеш. Ирекле йөрөү тик махсус урындарҙа ғына рөхсәт ителә. Был ҡағиҙә күреү һәләте буйынса инвалидтарҙы оҙатып йөрөүсе өйрәтелгән эттәргә генә ҡағылмай. Потенциаль хәүефле эттәр өсөн айырым тәртип ҡаралған. Бындай эттәр хужаһының кәртәләнгән территорияһында ғына иркен йөрөй ала, шулай уҡ унда инеү урынында иҫкәртеү булырға тейеш. Башҡа урындарҙа бындай эт тик морондоҡта һәм бәйҙә генә йөрөргә тейеш. Оҙатыусыға 14 йәштән дә кәм булмаҫҡа тейеш. Бер оҙатыусы бер генә потенциаль хәүефле этте йөрөтә ала, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. Был ҡағиҙәләрҙе боҙоу Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының яңы положениеларында ҡаралған яуаплылыҡҡа тарттыра. Яуаплылыҡ граждандар, вазифалы кешеләр һәм ойошмалар өсөн дифференциаль күләмдә штрафтарҙы күҙ уңында тота. Фото: Рузилә Ҡоломбәтова.