Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ауыл ҡатындары бирешмәй

Бишбүләк районының Айыт ауылында эштә лә, тормошта ла йәм табып, башҡаларға үрнәк булып йәшәгән ғаиләләр, ҡатын-ҡыҙҙар етерлек. Шуларҙың береһе – өс бала әсәһе Хәлиҙә Шәймәрҙәнова. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Хәлиҙә Ғәли ҡыҙын уңған да, ярҙамсыл да кеше тип беләләр. Ул ике ул, биш ҡыҙ тәрбиәләнгән ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Ата-әсәһе Рәшиҙә апай менән Ғәли ағайҙы ауылдаштары әле лә ихтирам менән иҫкә ала. 16 йәштә генә Хәлиҙә хәрби хеҙмәттән һуң комсомол путевкаһы менән Омскиға киткән Мәғәфүр ағаһы эргәһенә бара. Ағаһы уға туҡыу фабрикаһына эшкә урынлашырға ярҙам итә. Ҡаҙағстандағы Миңһылыу апаһы эргәһендә лә йәшәргә тура килә. Шулай ҙа йәшәгән ер нисек кенә йәмле, йылы булмаһын, ҡыҙ һағынып тыуған ауылына ҡайта һәм ошонда кейәүгә сығып, балалар үҫтереп йәшәй, тип яҙа “Светлый путь”. Хәлиҙә Шәймәрҙәнованың хәҙер биш ейәне, дүрт бүләһе бар, бына ҡайҙа ул байлыҡ! Икмәк бешереүсе лә, почтальон да, һатыусы ла булып эшләй, ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, һәр ерҙә ярҙамсыллығы, уңғанлығы менән ихтира

Бишбүләк районының Айыт ауылында эштә лә, тормошта ла йәм табып, башҡаларға үрнәк булып йәшәгән ғаиләләр, ҡатын-ҡыҙҙар етерлек. Шуларҙың береһе – өс бала әсәһе Хәлиҙә Шәймәрҙәнова. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Хәлиҙә Ғәли ҡыҙын уңған да, ярҙамсыл да кеше тип беләләр. Ул ике ул, биш ҡыҙ тәрбиәләнгән ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Ата-әсәһе Рәшиҙә апай менән Ғәли ағайҙы ауылдаштары әле лә ихтирам менән иҫкә ала. 16 йәштә генә Хәлиҙә хәрби хеҙмәттән һуң комсомол путевкаһы менән Омскиға киткән Мәғәфүр ағаһы эргәһенә бара. Ағаһы уға туҡыу фабрикаһына эшкә урынлашырға ярҙам итә. Ҡаҙағстандағы Миңһылыу апаһы эргәһендә лә йәшәргә тура килә. Шулай ҙа йәшәгән ер нисек кенә йәмле, йылы булмаһын, ҡыҙ һағынып тыуған ауылына ҡайта һәм ошонда кейәүгә сығып, балалар үҫтереп йәшәй, тип яҙа “Светлый путь”. Хәлиҙә Шәймәрҙәнованың хәҙер биш ейәне, дүрт бүләһе бар, бына ҡайҙа ул байлыҡ! Икмәк бешереүсе лә, почтальон да, һатыусы ла булып эшләй, ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, һәр ерҙә ярҙамсыллығы, уңғанлығы менән ихтирам ҡаҙана. Махсус хәрби операция башланыу менән яҡташ яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүҙә лә Хәлиҙә Ғәли ҡыҙы ситтә ҡалмай. “Беҙ уның менән бергәләп эшләйбеҙ, кәңәшләшәбеҙ һәм еңеүҙе түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ”, - ти ауылдаштары. Фото: https://svetput.ru/