- Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова:
- – Йоҡо алдынан яңылыҡтар ҡарайым. Актер кеше донъяла нимә барғанын белергә тейеш. Яңыраҡ легендар комдив Шайморатовҡа һәйкәлде нисек эшләгәндәре тураһында тапшырыу ҡараным. Беҙ бит уның һөҙөмтәһен генә күрәбеҙ. Ә был мөһабәт скульптураны ике йыл эшләгәндәр икән! Иҫ китмәле оло эш! Шунан уйлайым, актерҙарҙан башҡа донъяла тағы ла скульпторҙар бар икән! Театр донъяһынан башҡа тағы ла серле мауыҡтырғас донъялар бар икән! Олатайым Маликов Мөхәмәтша Рәхимйән улы ла – Шайморатов вариҫы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында хеҙмәт иткән. Улым – тарихсы, ул олатайыбыҙҙың 1942 йылда Ростов өлкәһендә вафат булыуы тураһында мәғлүмәт эҙләп тапты. Шайморатовтың һәйкәле минең олатайымдың рухына ла бағышлана.
- Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова үҙен Баймаҡ ҡыҙы тип таныштыра. Йырға-моңға бай тарафтарҙа тыуып үҫкәнгәме, әллә тормош юлында талантлы шәхестәр осрап, ижадын, күңелен балҡытып ебәргәнгәме, актрисаның исеме лә есеменә тап килә. Ысынлап та, гүзәл ҡатын, ихлас әңгәмәсе, иҫ китмәле энергетикалы актриса ул Гүзәл Маликова.
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова:
– Йоҡо алдынан яңылыҡтар ҡарайым. Актер кеше донъяла нимә барғанын белергә тейеш. Яңыраҡ легендар комдив Шайморатовҡа һәйкәлде нисек эшләгәндәре тураһында тапшырыу ҡараным. Беҙ бит уның һөҙөмтәһен генә күрәбеҙ. Ә был мөһабәт скульптураны ике йыл эшләгәндәр икән! Иҫ китмәле оло эш! Шунан уйлайым, актерҙарҙан башҡа донъяла тағы ла скульпторҙар бар икән! Театр донъяһынан башҡа тағы ла серле мауыҡтырғас донъялар бар икән! Олатайым Маликов Мөхәмәтша Рәхимйән улы ла – Шайморатов вариҫы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында хеҙмәт иткән. Улым – тарихсы, ул олатайыбыҙҙың 1942 йылда Ростов өлкәһендә вафат булыуы тураһында мәғлүмәт эҙләп тапты. Шайморатовтың һәйкәле минең олатайымдың рухына ла бағышлана.
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова үҙен Баймаҡ ҡыҙы тип таныштыра. Йырға-моңға бай тарафтарҙа тыуып үҫкәнгәме, әллә тормош юлында талантлы шәхестәр осрап, ижадын, күңелен балҡытып ебәргәнгәме, актрисаның исеме лә есеменә тап килә. Ысынлап та, гүзәл ҡатын, ихлас әңгәмәсе, иҫ китмәле энергетикалы актриса ул Гүзәл Маликова.
– Гүзәл Хәсән ҡыҙы, сер түгел, һеҙ шул тиклем дә сағыу актриса. Бәләкәй генә бер эпизодта уйнайһығыҙмы, төп ролдәме – спектаклде йәшен кеүек яҡтыртып, яндырып уйнайһығыҙ. Нәжиб Асанбаев бер яҙмаһында һеҙҙе «үлтереп» уйнай, тип яҙғайны. Бындай сифат һеҙгә ҡайҙан килә: тәбиғәттән бирелгән һәләтме, әллә йылдар буйына тупланған актерлыҡ оҫталығымы ул?
– Бөтәһе лә бергәлер инде... Мин үҙем Баймаҡ районында тыуғанмын. Беҙҙең яҡтың кешеләре сәнғәткә ғашиҡ йәндәр, дәртлеләр, йыр-моңға әүәҫ, бар яҡлап та килешкәндәр. Атайым химия һәм биология уҡытыусыһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡурайҙа һыҙҙыра ине, әсәйем бейей, үҙе матур итеп йырлай.
– Гүзәл Хәсән ҡыҙы, спектаклде йәмләү, халыҡ күңелен арбау серен асығыҙ әле. Ғөмүмән, роль нисек барлыҡҡа килә? Бына пьесаны уҡып сыҡтығыҙ, ти. Шунан...
– Беренсенән, шуны әйтеп үтәйек, ролде һин теләп алмайһың. Әҫәрҙе уҡығас, үҙеңсә, әһә, миңә был роль килешер ине, тип уйлайһың. Ә режиссерҙың үҙ ҡарашы, ул һиңә башҡа төрлө роль биреүе бар. Ниндәй генә роль булһа ла, Аллаға шөкөр, тип ҡыуанып алаһың да, шунан һуң башлана ла инде эҙләнеү. Элегерәк беҙҙең театрҙа Рөстәм Хәкимов Айһылыу Йәғәфәрованың «Ҡыпсаҡ ҡыҙы»н ҡуйҙы. Шунда режиссер миңә Ағинәй образын бирҙе. Миңә ҡырҡ йәштәр самаһы ине, Ағинәйҙе уйнар өсөн йәшерәк тә һымаҡмын. Эҙләнергә, уйланырға, ролдең асылын аңларға, тойорға кәрәк бит. Дини йәһәттән ғилемле, яғымлы, аҡыллы инәй образын тыуҙырыу талап ителә. Ә мин ул саҡта доғаларҙы бигүк белмәй инем әле. Режиссер: «Апай, ролде байытыр өсөн бер-ике доға ятлаһың, яҡшы булыр ине», – ти. Ул саҡта бәләкәй диктофондар юҡ ине, диктофонлы телефон тураһында әйтеп тә тормайым. Ҙур магнитофон тоттом да, мәсеткә киттем. Бер таныш хәҙрәт бар ине. Уға барыһын да аңлаттым, ярҙам итегеҙ инде, тинем. Хәҙрәт миңә матур доғалар йырлап күрһәтте. Барыһын да магнитофонға яҙҙырып алдым. Көнө-төнө шуларҙы ятлап йөрөнөм. Аш бүлмәһендә мәж килһәм дә доға һүҙҙәрен ҡабатлайым, туҡталышта торһам да, хатта йоҡлар алдынан да доға әйтеп ятам. Шул тиклем үҙемә оҡшап китте былар, күңел тыныслана, уйҙар яйға һалына. Баҡтиһәң, йоҡлар адынан доға уҡып ятыу – матур ҙа, файҙалы ла ғәмәл икән. Ул саҡта мин уны аңлап та бөтмәгәнмен инде.
Йә, мәҫәлән, яңыраҡ сыҡҡан Фәтхи Бурнаштың «Йәш йөрәктәр» спектаклен алайыҡ. Режиссер Фирғәт Ғарипов сыуаш ҡатыны Катерина ролен бирҙе. Ролде күләмле итер өсөн айырым-айырым сыуаш телендәге фразаларҙы индереп ебәрергә кәрәк, тип күҙаллайым. «Нарспи» сыуаш ансамбле етәксеһе Галина Петроваға шылтыраттым. Һөйләшеп, осрашыуға барҙым. Ул миңә бер нисә репликаны тәржемә итте, йырлап та күрһәтте, бейеп тә ебәрҙе. Ҡарап ултырам, өйрәнеп ултырам. Шунан партнерым Илсур Байымов менән шул һүҙҙәрҙе спектаклгә индереп ебәрҙек. Әлбиттә, тамашаға йырҙарын индермәнек, сәхнә әҫәренең ваҡыты сикләнгән бит. Шулай ҙа мин ул йырҙарҙы-бейеүҙәрҙе үҙемдең«компьютерымда», мейемде әйтәм, һаҡлап ҡуйҙым. Берәй кәрәге сығыр әле.
– Гүзәл Хәсән ҡыҙы, Зифа Ҡадырова романы буйынса ҡуйылған «Һинһеҙ килгән яҙҙар» спектаклендәге сағыу ролегеҙ тураһында ла һөйләп үтәйек әле...
– Был спектаклдәге ролемде ифрат яраттым. Геройҙың әҫәр буйынса бер нисә генә һүҙе бар. Ролде байытырға кәрәк. Спектаклде сәхнәгә сығарыр алдынан беҙ башта этюдтар эшләйбеҙ. Миңә үҙемдең дауаханалағы бүлек мөдире иҫкә килеп төштө. Этюд эшләгәндә шул апайҙы күҙ алдында тоттом. Актер һөнәре шунан ғибәрәт: беҙ урамдамы, дауаханаламы, мәктәптә, театрҙа булһынмы, бер-беребеҙҙе күҙәтәбеҙ, өйрәнәбеҙ. Роль өҫтөндә эшләгәндә шул күҙәтеүҙәр ярҙам итә. Парикты ла теге мөдирҙең сәсенә оҡшатып һайланым, күҙлеген дә. Элеонора Моратовна тип атаным мин уны. Мин ул ҡатынды йырлап-көйләп ҡына йөрөүсө итеп күҙ алдыма килтерҙем. Әлбиттә, дауаханалағы табип улай коридор буйлап йырлап йөрөмәй, әммә спектаклдә характерҙы асыр өсөн героиня йырларға ла мөмкин. Шул ролдәрҙе сығарғанда музыкаль белемем ныҡ ярҙам итә. Шуға ла атай-әсәйемә мине музыкаль яҡтан үҫешергә мөмкинлек тыуҙырыуҙары өсөн рәхмәтлемен. Нота грамотаһын асам да, үҙем рәхәтлнеп баянда уйнап, йырҙар өйрәнә алам. Спектаклдәрҙә мөмкинлек булғанда йырҙарымды ҡушып ебәрәм. Элеонора Моратовнам да кабинетына тик йыр менән килеп инергә тейеш, тип уйланым. Сентименталь, хисле ҡатындыр, тип күҙалланым мин уны. Театр коридоры буйлап репетицияға китеп барам, уйымда – Элеонора Моратовна. Ә героиняның ҡулында нимә булырға мөмкин, тип уйлайым. Коридорҙа тәҙрә төбөндә гөл үҫеп ултыра ине, сәхнәгә шуны алдым да сыҡтым. Минең хисле героиням шул гөл менән һөйләшә, сөнки гөл дә – йәнле зат. Тотош спектакль эсендә бәләкәй генә эпизод һымаҡ күренгән сәхнә, әммә шул роль аша мин һөйөүгә һыуһаған яңғыҙ ҡатындарҙың яҙмышы тураһында һөйләйем. Тамашасы ла бит минең яҡлы булып ултыра. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар. Минең героинямдың һуңғы һүҙҙәре тамашасыны ут кеүек ялмап ала: яҡшы ир һәр кемдең үҙенә кәрәк! Үәт! Тамашасы дәррәү алҡышлай башлай. Сөнки минең героинямда үҙҙәрен танып ултыралар.
Йәнә бер спектакль минең күңелем түрендә – Арҫлан Йәнбәков ҡуйған «Хыялый» лирик комедияһы. Ул инде сәхнәлә ун йылдан артыҡ уңышлы бара. Спектаклде беҙ шул тиклем матур итеп, бер-беребеҙҙе аңлап сығарҙыҡ. Сәхнәлә – алты ғына актер, һәм беҙ ике сәғәт ярым тамашасының иғтибарын тотабыҙ. Залдағылар беҙгә ҡушылып көлә, йә бергәләп илай... Бер ниндәй ҡытыршылыҡһыҙ ғына, яйлап ҡына, үрелеп кенә бара сәхнә әҫәре. Финалға табан шул һиҙелә: тамашасы беҙҙе үҙ итте, ул беҙҙе яратты.
– «Хыялый»ҙағы Шәрифәнең, комик роль булһа ла, һағышы бар, эйе бит?
– Уның һағышы ярылып ята. Беҙ был спектакль менән бөтә республика буйлап гастролдәрҙә йөрөнөк, шунан фестивалдәрҙә лә ҡатнаштыҡ. Ҡазанда фестивалдә театр тәнҡитселәре Шәрифә менән йәш ҡыҙ Йондоҙҙоң сәхнәһен айырып әйтеп үттеләр. Бер ҡасан да күңелен асмаған, шарылдаҡ ҡына Шәрифә, бер килеп бигүк таныш та булмаған Йондоҙға эс серҙәрен һөйләй. Баҡтиһәң, ҡатын ғүмер буйы бала теләгән, әммә яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәй, әсә булыу бәхете тәтемәгән. Шунда ул шул тиклем дә фәлсәфәле, мәғәнәле һүҙҙәр әйтә: «Минең бәхетем дә, яҙмышым да, ҡыуанысым да – ҡартым инде», – ти. «Йәш саҡта нисек тә үтә ул, ә бына ҡартайған көнөңдә яңғыҙың ҡалырға яҙмаһын», – тигән иҫ китмәле тормошсан һүҙҙәр әйтә. Һәм улар ысын йөрәк һүҙҙәре, күңелдән-йөрәктән урғыла... Киләсәк (Йондоҙ образында) менән үткән ғүмер (Шәрифә һынында) диалогы килеп сыға кеүек. Бына бит ниндәй драма уның күңелендә! Көлкө-көлкө менән, ә геройҙарҙың эсендә ут ята...
– Һеҙ – һис шикһеҙ, импровизация оҫтаһы. Минеңсә, һеҙгә бер-ике һүҙ менән генә аңлатып – шуны былайыраҡ әйтерһең, тип ҡушһаң да, сәхнәлә матур бер тамаша ойоштора алаһығыҙ. Сәхнәгә сығыр алдынан ҡаушау тигән нәмә бармы?
– Бар! 35 йылға яҡын театрҙа эшләйем, тик һаман да ҡаушай торған ҡыҙыҡай мин.
– Әйтмәҫһең дә! Һеҙ сәхнәлә йөҙөп йөрөп уйнайһығыҙ ҙа баһа!..
– Ул тамашасыға ғына шулай күренә. Ә былай – юҡ! Спектаклгә ике-өс көн ҡалһа эсемдә тулҡынланыу башлана. Ҡурҡыу түгел, ниндәйҙер тулҡынланыу. Ролдәремдең һүҙҙәрен ҡабатлайым, мизансценаларҙы иҫкә төшөрәм. Көнө килеп еткәс, эсте шул тулҡын ҡытыҡлай. Ҡулдар бер йылына, бер һыуына. Спектакль башлана, мин онотолам. Бер ниндәй ҙә сит уйҙар уйламайым, икенсе эштәр менән мауыҡмайым. Мин – спектаклдә. Сәхнәгә сығып баҫҡансы тулҡынланыу үтмәй. Сығып бер-ике һүҙ әйтелә, спектаклдә тамашалар үрелеп бара, һәм һин тамашасының йылыһын тояһың. Уның һулышын һиҙемләйһең. Әһә, улар һине тыңлай, ишетә. Һине көтә. Улар һине ярата. Шул тамашасының һөйөүө ныҡ һиҙелә бит ул. Тын алышы ла ишетелә. Мөхәббәтен дә тоям.
– Һеҙ телевизор ҡарайһығыҙмы? Хәҙер бит, телевизор ҡарамайым, тип һөйләү модала.
– Йоҡо алдынан яңылыҡтар ҡарайым. Актер кеше донъяла нимә барғанын белергә тейеш. Яңыраҡ легендар комдив Шайморатовҡа һәйкәлде нисек эшләгәндәре тураһында тапшырыу ҡараным. Беҙ бит уның һөҙөмтәһен генә күрәбеҙ. Ә был мөһабәт скульптураны ике йыл эшләгәндәр икән! Иҫ китмәле оло эш! Шунан уйлайым, актерҙарҙан башҡа донъяла тағы ла скульпторҙар бар икән! Театр донъяһынан башҡа тағы ла серле мауыҡтырғас донъялар бар икән! Олатайым Маликов Мөхәмәтша Рәхимйән улы ла – Шайморатов вариҫы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында хеҙмәт иткән. Улым – тарихсы, ул олатайыбыҙҙың 1942 йылда Ростов өлкәһендә вафат булыуы тураһында мәғлүмәт эҙләп тапты. Шайморатовтың һәйкәле минең олатайымдың рухына ла бағышлана.
– Ғәҙәттә, артистар берәй кино йә спектакль ҡарағанда, бына был роль миңә килешер ине, тип ҡарайҙар, ти. Һеҙ ҙә шулаймы?
– Бер тапҡыр А.Н.Островскийҙың «Гроза»һын күрһәткәйнеләр. 1933 йылғы яҙма. Шунда ҡарап ултырҙым да, уйландым: үәт, мин Кабаниханы уйнар инем! Нисек тә уйнар инем! Бына был минең хыялым.
– Яратып уҡыған әҫәрегеҙ? Ғөмүмән, уҡырға ваҡыт бармы?
– Ҡайным Рамаҙан Ҡотошов – һуғыш ветераны. Ул был донъянан киткәнсе китаптар яҙҙы. Шуларҙы йотлоғоп уҡыйым. «Һеҙ, йәштәр, донъяның ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ», – ти торғайны ҡайным. Үҙе ун туғыҙ йәшендә генә һуғышҡа киткән. «Эх, тыныс тормошта бер генә йыл йәшәп булһа ине», – тип хыялланған яу яланындағы йәш егеттәр. Аллаға шөкөр, ҡайным имен-аман әйләнеп ҡайтып, үҙе күргән-белгәндәрен әҙәби әҫәрҙәр итеп яҙҙы. Ә бит күпме ғүмерҙәр өҙөлдө, күпме йәш егеттәр фронтта тороп ҡалды... Шул ҡайным яҙғандарҙы уҡып, ғүмерҙең һәр бер миҙгеле ҡәҙерле икәненә инанаһың. Сөнки ниндәй генә хәлдәр тыумаһын, һәр нәмәгә яуап, һәр мәсьәләне, проблеманы сисеп, аңлашып була. Ә иң ҡиммәтлеһе – кеше ғүмере.
Миңә бер мәлде психолог Дейл Карнегиҙың китабын бүләк иткәйнеләр. Мин уны ҡабат-ҡабат уҡыйым. Бер әйтеме бигерәк оҡшай: әгәр тормош һиңә лимон бүләк итһә, һин унан лимонад яһа. Шәп бит, әй! Бәләкәй генә ролдәрҙе лә сағыу итеп уйнауымдың сере ошолор, бәлки?!
– Быйыл матур юбилейығыҙҙы билдәләнегеҙ, һеҙҙе ниндәй хистәр солғап алды?
– Театрға яңы ғына килгән кеүек инем. Ә күпме ваҡыт үтеп киткән – тотош бер ғүмер!.. Был хатта минең менән булмаған да кеүек. Алда тағы ла әллә күпме ғүмер бар һымаҡ. Беҙ, артистар, ролдәр менән йәшәйбеҙ. Күпме генә уйнаһаҡ та, һаман яңынан-яңы ролдәр көтәбеҙ. Ә бит боролоп ҡараһаң, күпме матур образдар тыуған, күпме режиссерҙар менән бергә эшләнгән!.. Айрат Абушахманов, Илсур Ҡаҙаҡбаев, Фирғәт Ғарипов, Рөстәм Хәкимов, Нурлан Абдыҡадыров, Борис Манджиев, Гөлдәр Ильясова, Андрей Борисов... Ә ниндәй уҡытыусылар беҙҙе уҡытты?! «Гүзәл, һеҙҙең телмәрегеҙ шул тиклем матур», – тип һоҡланһалар: «Мине бит сәхнә теленән Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова уҡытты», – тип яуаплайым. Шундай оҫтаң барҙа, нисек инде насар һөйләрһең? Бейеүҙе – Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина, актер оҫталығын Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов уҡытты. Башҡорт академия драма театрына эләгеүем өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Беҙҙең курстан Илфат Йомағолов менән икебеҙҙе генә академтеатрға алдылар. Һәм был яҙмыш бүләген мин ғүмерем буйына күңелемдә йөрөтәм. Беҙҙең Башҡорт театры – иң яҡшы театр, коллективыбыҙ – иң татыу коллектив. Мин тәжрибәле ололарыбыҙҙы яратам, өмөтлө йәштәр менән һоҡланам. Артабан да илһамланып эшләргә яҙһын! Тамашасылар ҙа театрға йөрөп торһон!
– Матур әңгәмәгеҙгә рәхмәт!
Эльвира Дәүләтбирҙина "Тамаша" журналынан