Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Атайсал" проекты беҙҙе яҡшыраҡ һәм көслөрәк итә

Белеүебеҙсә, “Атайсал” проекты тураһында тәҡдимде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә тыуған төйәгенә – Ишембай районының Һайран ауылына эш сәфәре барышында белдергәйне. Артабан инде ойоштороу комитеты, проекттың положениеһы, махсус сайт булдырылып, эш башланды. Шул мәлдән бөгөнгәсә ошо проектҡа йөҙәрләгән, меңәрләгән кеше ҡушылды. Улай ғына ла түгел, бөгөн “Атайсал” проекты менән илдең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһына, үҙҙәрендә тормошҡа ашырыу теләген белдерә. – Беҙҙә бәләкәй ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан сыҡҡан уңышлы кешеләр бихисап. Әгәр уларҙың һәр береһе кесе Ватанына өҫтәмә ярҙам күрһәтһә, урындарҙағы тормошто күпкә яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Күп эшҡыуарҙар һәм башҡа хәлле кешеләр былай ҙа ярҙам итә, әммә беҙ был эште системаға һалырға теләйбеҙ. Ошо маҡсатта “Атайсал” проектын башлайбыҙ. Быны һис кенә лә дәүләт хәл итергә тейешле мәсьәләләрҙе кешеләр иңенә һалыу тип аңларға кәрәкмәй. Был – күңел талабына ярашлы тыуған ауылына, ҡалаһына, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, спорт секцияларына ярҙам иткән кешеләргә уңайлыраҡ шарттар булдырыу алымы, ­– тигәйне “Атайсал” проектының асылы тураһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. “Атайсал”дың төп маҡсаты республикабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә тыуып үҫкән кешеләрҙең үҙенең атайсалына – кесе Ватанына ярҙам күрһәтеүенә ҡайтып ҡала. Ул ете йүнәлештәге эштәрҙе берләштерә. Тәүгеһе мәҙәни мираҫ объекттарына ҡағыла. Бында һүҙ һәйкәлдәрҙе, обелисктарҙы һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы реставрациялау, яңыларын төҙөү тураһында бара. Икенсе йүнәлеш – спорт саралары уҙғарыу, уларға ярҙам күрһәтеү; спорт һәм балалар уйын майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, төҙөү; спорт командаларына ярҙам итеү, уларға кейем, ҡорамал һатып алып биреү; тренерҙарға, спортсыларға булышлыҡ күрһәтеү, спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүгә өлөш индереү. Өсөнсөһө – дини объекттарға – ҡорамдар, мәсеттәр, сиркәүҙәр төҙөүгә, булғандарын төҙөкләндереү эштәренә бәйле. Артабанғы йүнәлешкә ярашлы, проектта ҡатнашыусылар мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, мәҙәниәт усаҡтарына ярҙам күрһәтә, парктарҙы, ял биләмәләрен рәтләүгә үҙ өлөшөн индерә. Тәбиғәтте һаҡлау, йәнлек-януарҙарға ярҙам итеү эшенә ҡушылырға теләүселәр ҙә “Атайсал” проектында ихлас ҡатнаша. Улар шишмә буйҙарын төҙөкләндерә, зыяраттарҙы тәртипкә килтерә. Теләге булғандар урындарҙа халыҡ ҡатнашлығында төрлө ҡыҙыҡлы саралар – акциялар, күргәҙмәләр, фестивалдәр ойоштора йәки уларҙы үткәреүгә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Китаптар нәшер итеү, ауыл китапханаларының фондын байытыуға булышыу, сәнғәт һәм кино, әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһенә ҡағылышлы башланғыстар айырым йүнәлешкә берләшкән. Бөгөн “Атайсал” – республиканың барлыҡ төбәктәрендә киң ҡолас алған проект. Изге йөрәкле, ярҙамсыл, йәнтөйәген яратҡан кешеләр социаль әһәмиәтле объекттар төҙөүгә, булғандарын ремонтлауға, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, мәҙәниәт йорттарына, ауыл китапханаларына ярҙам итеүгә ғәйәт ҙур иғтибар бүлә. Быйыл Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама, Мәләүез, Асҡын, Салауат, Ҡыйғы, Бүздәк райондары, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡаллары иң әүҙемдәре булып танылды. Мәҫәлән, Краснокама һәм Ҡалтасы райондарының һәр береһендә ике мең ярымдан ашыу башланғыс тормошҡа ашырылған. 2022 йылдан “Атайсал” проектында айырым әһәмиәткә һәм мәғәнәгә эйә эштәр йүнәлеше – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү барлыҡҡа килде. Меценаттар яугирҙәргә автомобилдәр, яу шарттарында ныҡ кәрәкле ҡиммәтле ҡорамалдар бүләк итә, ҡала һәм ауылдар халҡы бергәләп окоп шәмдәре эшләй, маскировка селтәрҙәре үрә, тыуған яҡ күстәнәстәре әҙерләп оҙата. Мәҫәлән, 2023 йылда МХО-ға ярҙам булараҡ 116 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү эше лә киң ҡолас алды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: проекттың даирәһе йылдан-йыл киңәйә бара. Башланғыста илебеҙҙең 20-нән ашыу төбәгендә йәшәгән меценаттар ҡатнаша, улар араһында Яҡут Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы, Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи ҡалаларында йәшәгән яҡташтарыбыҙ бар. Улай ғына ла түгел, бөгөн беҙҙең “Атайсал” проекты менән илдең башҡа төбәктәре лә ҡыҙыҡһына, үҙҙәрендә тормошҡа ашырыу теләген белдерә. Проектҡа ярашлы, көҙҙән яҙғаса республика төбәктәрендә “Атайсал – кесе Ватан” зона форумдары үтә. Улар барышында башланғыста ҡатнашыусылар үҙ-ара фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша, изге эштәре менән башҡаларға өлгө күрһәткән яҡташтар тәбрикләнә. Артабан республика кимәлендә ҙур форум ойошторола. ФЕКЕР Урал КИЛСЕНБАЕВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары: – “Атайсал” – төрлө кешеләрҙең йөрәк көсөнә, теләгенә, маҡсатына таянып тормошҡа ашырылған проект. Беҙҙә элек-электән бер-береңә, туғандарыңа, ауылдаштарыңа ярҙам итеү күренеше көслө булған, күп эштәрҙе өмә менән башҡарғандар. Ул шуны ла сағылдыра. Шулай уҡ был проект үҙеңдең кесе Ватаныңа, Атайсалыңа һөйөүеңде күрһәтә. Өс йыл эсендә генә 27 меңдән ашыу проект теркәлеп, тормошҡа ашырылған. Бында бюджеттан бер тин дә аҡса йәлеп ителмәй, был – халыҡ аҡсаһы, һәр кешенең үҙе һалған көсө, үҙ ихтыяры менән кесе Ватанына ярҙам итеү өлгөһө. Фәрит ҒИНДУЛЛИН, “Атайсал” республика проектының авторҙашы, эшҡыуар: – Бөгөн “Атайсал – кесе Ватан” проекты республикабыҙ халҡы өсөн изге, файҙалы эштәр брендына әйләнде. Унда ҡатнашыусыларҙың күптәре билдәләүенсә, был башланғыс илһамландыра һәм ҡанатландыра. “Атайсал”дың нигеҙендә илһөйәрлек һәм Тыуған илгә тоғролоҡ ята, шуға күрә уның киләсәге яҡты булыр, тип ышанам. Яҡташтарҙың, меценаттарҙың, хәйриә эшләүселәрҙең һәм битараф булмаған кешеләрҙең берләшеүен күреү күңелгә рәхәтлек бирә. Әлбиттә, бөтә нимәне лә аҡса менән үлсәп булмай. Изге эштәр ҙур ҙа, бәләкәй ҙә булыуы бар. Иң мөһиме – кешеләр уларҙы тыуған төйәге хаҡына ихлас күңелдән башҡара. Рим ХӘСӘНОВ, Рәсәй кимәлендә эшмәкәрлек алып барған уңышлы эшҡыуар, меценат, Евразия инвестиция агентлығы президенты: – Мәскәү ҡалаһында йәшәүемә ҡарамаҫтан, тыуған төйәгем, үҙем уҡыған Көйөргәҙе районының Иҫке Мораптал мәктәбе менән бәйләнеште өҙмәҫкә тырышам. "Атайсал" проектына ярашлы, Иҫке Мораптал мәктәбен ремонтлауға аҡса бүлдем. Шулай уҡ өләсәйемдең һуңғы төйәге булған Кинйәбай ауылы зыяратын кәртәләп алыуға һәм унда тиклем юл һалдырыуға өлөш индерҙем. Үҙебеҙҙең проекттар хаҡында һөйләүебеҙ ситтә йәшәгән башҡа ватандаштарыбыҙ өсөн стимул булып тора. Республика һәм яҡташтар мәнфәғәте өсөн ойошторолған проектта ҡатнашыуымды дауам итәсәкмен. Гөлназ ИБРАҺИМОВА, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе: – “Атайсал” – бик матур, мөһим проект. Сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр ҙә үҙ ере, тыуған төйәге өсөн борсола, ауылдаштарына, яҡташтарына аҙ ғына ярҙам итә алһа ла ҙур ҡыуаныс, күңел ҡәнәғәтлеге кисерә. Дүрт йыл рәттән Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайын етәкләйем. Бергәләп төрлө саралар ойошторабыҙ, сит төбәктә милли асылыбыҙға тоғролоҡ һаҡларға тырышабыҙ. Ике йыл инде Санкт-Петербург ҡалаһындағы госпиталдәрҙә дауаланған яҡташ махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итәбеҙ. Тәүҙә был эште бер үҙем башлап ебәргәйнем, артабан милләттәштәремдән торған ҙур ғына команда тупланды. Беҙҙәге госпиталдәрҙә Башҡортостандан яугирҙәр йыш дауалана, уларҙы бүлешеп алып, яндарына йөрөйбөҙ. Кейем, кәрәк-яраҡ, өй шарттарында бешерелгән ризыҡтар алып барабыҙ. Күптәренә госпиталдән сыҡҡанда кейем кәрәк була, йә бергәләп һатып алабыҙ, йәки тегәбеҙ. Икенсе госпиталгә күсерһәләр, ата-әсәләре килһә лә, беҙгә мөрәжәғәт итәләр. Бына шулай, тыуып үҫкән төйәгебеҙҙән ситтә йәшәһәк тә, берҙәм булырға, башҡорт рухына тап төшөрмәҫкә, үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаҫҡа тырышабыҙ. “Атайсал” проекты һандарҙа 2023 йылда ҡатнашыусылар һаны 3500 булһа, 2024 йылда 5600-гә етте. Порталда 27541 проект теркәлгән, шуның 26857-һе тормошҡа ашырылған. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән дөйөм сумма 1,4 миллиард һумдан ашты. Ошо ваҡыт дауамында 470 һәйкәл һәм обелиск, 577 шишмә яны төҙөкләндерелгән, 461 мәсет, 80 ҡорам һәм сиркәү төҙөлгән, 1008 зыярат кәртәләнгән, 312 юл ремонтланған.