Республика Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт аты” халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале башҡорт атының һанын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү генә түгел, шул уҡ ваҡытта милли традицияларҙы, атҡа бәйле бөтә ҙур мираҫты, йолаларҙы һаҡлау ҡалыу, халыҡ һөнәрмәндәрен, ат кәрәк-яраҡтарын эшләүсе оҫталарҙы табыу, ҡымыҙсылыҡ һәм йылҡысылыҡ тармағын популярлаштырыу, спорт, медицина, халыҡ ижады, фәнни тикшеренеү мәсьәләрен таратыу һәм өйрәнеү икәнлеген билдәләп үтте. Фестивалде ойоштороусылар быйылғы йылда масштаблы спорт программаһы планлаштырыуҙарын билдәләне. 15 август көнө фестиваль “Ҡара ҡаплан” тип аталған боронғо төрки халҡының һуғышсан сәнғәте буйынса Гран- при менән асыласаҡ. Ул төрлө дисциплиналар төрҙәренән көрәш стиле ҡатнаштырылған көрәш төрө. Алдан һайлап алыу турын үткән иң көслө һигеҙ көрәшсе, уның ҡағиҙәләренә һәм талаптарына ярашлы, иң көслө көрәшсе хоҡуғын алыу өсөн көс һынашасаҡ. Шул уҡ көндә үҫмерҙәр араһында спорт көрәше “грэпплинг” үтә, шулай уҡ ир –аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһ