Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бронхит, пневмония сирҙәренән ҡотолоу өсөн

Кемдең баҡсаһында ғына үҫмәй әнис! Йәшел тәмләткесте хужабикәләр төрлө блюдоларға һалырға ярата. Ул, ысынлап та, иң ҡиммәтле тәбиғәт хазинаһы. Шулай ҙа беҙ уның бөтә файҙалы сифаттарын да белеп еткермәйбеҙ. Халыҡ медицинаһы әнистең һаулыҡ һаҡлауҙа алыштырғыһыҙ ярҙамсы икәнен күптән раҫлаған. Бына шул рецептарҙың бер нисәһе. Колит, гастрит йонсотҡанда әнис орлоҡтары ҡайнатмаһын эсегеҙ. 200 миллилитр һыуға бер ҡалаҡ әнис орлоғо алына. Бронхит, пневмония сирҙәренән ҡотолоу өсөн дә ярҙам итер. Ваҡланған әнис орлоҡтарына 500 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, төнәтергә ҡуйығыҙ. Көнөнә 100 миллилитрлап ашағанға тиклем эсегеҙ. Быуындар һыҙлағанда әнис орлоҡтарын төйөп, уға 1:1 нисбәтендә үҫемлек майы ҡойоп, ете көн тотоғоҙ. Һыҙлаған быуындарҙы әҙер май менән ыуығыҙ. Дауаланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ. Фото: https://bash.selhozproduct.ru/ukrop