Туймазыла 88 йәшлек әбей сәкән ярҙамында парковкала ултырған һигеҙ машинаны ҡыйратҡан. Урында йәшәүсе кеше тәүҙә инәйҙе туҡтатырға тырышҡан, әммә булдыра алмаған. Шуға ҡарамаҫтан, автор закон боҙоусыны видеоға булһа ла төшөрөп алған. Зыян күреүселәр UTV каналына хәбәр итеүенсә, бер генә машинаны ремонтлауға кәмендә 20 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ. – Күптән түгел генә машина менән йөрөү хоҡуғына документ һәм автомобиль һатып алғайным. Хәҙер ремонтҡа аҡса кәрәк, – ти зыян күреүселәрҙең береһе. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, машиналарға зыянды урында йәшәгән 1936 йылғы пенсионер килтергән. Әлегә осраҡ буйынса тикшереү бара, зыян күләме асыҡлана. Фото һәм видео: социаль селтәрҙәр.