Республиканың баш ҡалаһынан йыраҡта, төпкөлдә ятҡан Бөрйән районында һуңғы йылдарҙа һәр тармаҡта үҫеш күҙәтелә. Йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыу арҡаһында халыҡ тыуған төйәгендә ҡалып, бөгөнгөһөн, киләсәген хәстәрләп йәшәй. Районда сәнәғәт тармағы ла әүҙем үҫешә. Мәҫәлән, бетондан әйберҙәр етештереү урындағы халыҡ өсөн ҙур ярҙам булды. Был эште район йүнселе Фәнис Шириязданов башлап ебәреп, уңышлы тормошҡа ашыра. “Кәсепкә тотонор алдынан төрлө яҡлап уйланым да ныҡлы фекергә килдем: халыҡта төҙөлөш материалдарына ихтыяж һәр ваҡыт буласаҡ, уларҙы етештереүселәр – конкуренттар ҙа күп түгел. Кешеләр матур йәшәргә, йорт-ихаталарын заманса төҙөкләндерергә тырыша, был эшкә булышлыҡ итеү бар яҡлап отошло”, – ти бөгөн йүнсел. Бөрйән районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, бизнес-шәриф Илфат Ғәлин әйтеүенсә, Фәнис Шириязданов урындағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә тимер-бетон әйберҙәр етештереү буйынса проект тәҡдим иткән. Район етәкселеге башланғысты хуплаған, һөҙөмтәлә йүнселгә адреслы социаль ярҙам программаһына ярашлы субсидия бирелгән. “Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса һәр район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәләре уҙғара башлау, урындағы йүнселдәр менән ныҡлы бәйләнеш булдырып, уларҙы үҫтереү өсөн бизнес-шәриф вазифаһы булдырыу ыңғай һөҙөмтә бирҙе, – ти Илфат Әсхәт улы. – Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа инвестиция мөхите яҡшырҙы, эшҡыуарҙарға төрлө программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге киңәйҙе. Муниципаль һәм республика кимәлендәге власть менән халыҡ араһында ныҡлы “күпер” булдырылды, уртаҡ маҡсатта алға барабыҙ”. Дәүләт ярҙамында 2021 йылда үҙ эшен асҡан Фәнис Шириязданов субсидия аҡсаһына махсус ҡорамалдар һатып алып, цементтан, ҡырсындан тимер-бетон ҡулсалар, бағаналар, бут, блоктар етештерә башлай. Йорт хужаларының биләмәләрен төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар биреүен иҫәпкә алып, тротуар өсөн плитә, бордюрҙар ҙа эшләргә ҡарар итә. Әйберҙәрҙе етештереп кенә ҡалмай, ә ярҙамсыһы менән барып, клиентының ихата эсенә һалып та бирә. Йүнсел әйтеүенсә, цементты ул урындағы эшҡыуарҙарҙан һатып ала. Ҡырсын да – Бөрйәндеке. “Иң мөһиме – сифат. Ошо арҡала беҙҙең кәсеп халыҡ тарафынан тик ыңғай баһа ала. Артабан да клиенттарыбыҙҙың ышанысын юғалтмаҫҡа, ике яҡ өсөн дә отошло хеҙмәттәшлеккә ынтылып, эшебеҙҙе киңәйтә барасаҡбыҙ. Киләсәктә лә бар йәһәттән дәүләт программалары таяныс булыр тигән ышаныстабыҙ, уларҙан әүҙем файҙаланасаҡбыҙ”, – ти Фәнис Шириязданов. Районда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын яҡшыртыу йәһәтенән дә ҙур эштәр бара. Мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, Ҡурғашлыла һыу үткәргес селтәре төҙөлә. Ауыл халҡы бындай уңайлылыҡ тыуҙырылыуына сикһеҙ шат. “Йәшәү өсөн заманса шарттар тыуҙырылғанлыҡтан, йәштәребеҙ ҙә тыуған төйәгендә икеләнмәйенсә төпләнеп ҡала, күптәре ауылда, районда шәхси эштәрен йәйелдереп, матур тормош көтә”, – ти Ҡурғашлы халҡы. “Ил, республика етәкселеге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын яңыртыуға ҙур иғтибар бүлә. Газ үткәреү программаһы киңәйтелеүе беҙҙең өсөн айырыуса ҡыуаныслы. Был өлкәләге заманса үҙгәрештәр, яңы проекттар Бөрйән кеүек төпкөлдәге райондарҙың да үҫешен, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән булыуы менән ҙур әһәмиәткә эйә. Артабан да дәүләт тарафынан бирелгән барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып эшләйәсәкбеҙ”, – ти район етәкселеге. Фотоларҙа: 1. Эшҡыуар Фәнис Шириязданов. 2. Йүнселдең эш өлгөһө. Фотолар “Таң” гәзите сайтынан.