Башҡортостан Республикаһының ете муниципалитеты хакимиәте Ҡалаларҙы үҫтереү институты ярҙамында бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса IX Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсына ғариза бирҙе. Әлеге ваҡытта федераль эксперттар Рәсәй Төҙөлөш министрлығынан федераль гранттарға дәғүә иткән яңы йәмәғәт киңлектәре проекттарын өйрәнә. Заявкалар концепцияларҙың эшкәртелгән булыуына һәм идеялылығына баһа көтә. Конкурс йомғаҡтары ағымдағы йылдың 1 сентябренә тиклем билдәле буласаҡ. Бөтә Рәсәй конкурсы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Унда “Новаторҙар бульвары” (Бәләбәй), “Иванай баҡсаһы. Киләсәк үҫентеһе” (Дүртөйлө), “Нефтекама: ваҡыт күсәре”, “Октябрьский: мираҫты һаҡлап ”, “Салауат: ысынбарлыҡ аша ете төш”, “Урал батыр юлы” (Учалы) һәм “Воскресенск рәттәре” (Благовещен) проекттары ҡатнаша. Шуны билдәләп үтәйек: 2019-2024 йылдарҙа Башҡортостан конкурсҡа 66 ғариза ебәргән, шуларҙың 29-ы грант алған. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына индерелгән. Ул Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса 2018 йылдан уҙғарыла. Конкурста 200 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалалар, шулай уҡ федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге тарихи биләмәләр ҡатнаша. Конкурс сайты мәғлүмәттәре буйынса, еңгән гранттарға ярашлы илдә 697 яңы йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа килгән дә инде. Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.