Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сибай – Аҡъяр юлы ремонтлана

“Башкиравтодор” компанияһының Өфө юл ремонтлау-төҙөлөш йәмғиәте эшселәре Хәйбулла районының Сиҙәм ауылы янындағы 7,6 километр оҙонлоғондағы юлға асфальт-бетон япмаһын түшәүҙе тамамлай. Әлеге ваҡытта юлсылар Баймаҡ районында эшләй, Урғаҙы ауылынан Хәйбулла районы менән сиктәш ерҙә асфальт-бетон япмаһын түшәү өсөн таҙартыу эштәре менән булыша. – Хәйбулла районында, 2024 йылға планлаштырылғанса, беҙ 7,6 километр оҙонлоғондағы юл япмаһын һалыуҙы тамамлайбыҙ, былтыр аҫҡы ҡатламын һалдыҡ, бөгөн юғары ҡатламын түшәйбеҙ, – ти Зимфир Кәримов. – Әле Баймаҡ районында эш дауам ителә, бөтәһе 20 берәмек техника, ике бригадала 40 кеше йәлеп ителгән. Әйткәндәй, Сибай – Аҡъяр юлындағы 64 километр саҡрымды норматив хәлгә килтереү талап ителә. Быйыл юлсылар 27 километрҙан ашыу юлға асфальт түшәһә, шулай уҡ Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында 15,9 километр оҙонлоҡтағы яңы участкалар ремонтланасаҡ. 2025 йылда әлеге юлдың 19,6 саҡрымын ремонтлау планлаштырыла. Фото: "Хайбуллинский вестник".