27-28 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Тимкә ауылы янында "Рәхәттә" (“На Рахате”) һаулыҡ һәм туризм фестивале үткәрелә. Сарала республикабыҙҙан, Рәсәйҙең башҡа тарафтарынан, Үзбәкстан, Төркиә һәм Ҡытайҙан 500-ҙән ашыу белгес ҡатнашыуы көтөлә. Ҡунаҡтарҙың дөйөм һаны алты мең тирәһе булыр тип көтөлә. Башҡортостанда донъя әһәмиәтендәге уникаль тәбиғәт һәйкәлдәре урынлашҡан. Мәҫәлән, “Янғантау” геопаркы. Шифахана-курорт комплексы һәм дауалау минераль сығанаҡтары донъя кимәлендә танылыу яулаған. Республиканың алты шифаханаһы “Рәсәйҙең 100 ТОП шифаханаһы” исемлегенә ингән. Республикала медицина туризмы ла әүҙем үҫешә. Башҡортостандың был йәһәттән потенциалы ҙур. Республикабыҙ офтальмология, травматология, кардиология, медицина генетикаһында айырыуса көслө. Башҡортостан дәүләт медицина университетының робот һәм гибрид хирургияһы үҙәктәрендә йөҙәрләгән ҡатмарлы операциялар эшләнә. Ошондай матур тәбиғәтле төбәктә үткәрелгән фестиваль ҡунаҡтары өсөн бай эшлекле программа ҡаралған. Унда Башҡо
Мунса, сабыныу, үләндәр хаҡында белгегеҙ килһә, "Рәхәттә" һеҙҙе көтә!
24 июля 202424 июл 2024
3 мин