– Өфө туркоды ҡалала яңы әүҙемлек майҙандары, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары, шул иҫәптән сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлы мөхит булдырыу тигәнде аңлата. Ҡаланың тарихи үҙәгендә – Ленин урамындағы аллеяла, Салауат Юлаев исемендәге майҙанда, Сергей Аксаков баҡсаһында һәм Ағиҙел ярында булған үҙгәрештәр Өфөнө яңыса аса, уны туристар өсөн ылыҡтырғыс итә, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. 97,2 гектар майҙанда төп иҫтәлекле объекттар һәм ял итеү урындары берләштерелгән: заманса архитектура яҡтыртыуҙары, күҙәтеү майҙансыҡтары эшләнгән, яңы бәләкәй архитектура формалары, брендлы люктар, йәрминкә һәм ваҡиға майҙансыҡтары, күсереп йөрөтмәле сәхнәләр һәм туристик-мәғлүмәт үҙәктәре, 16 яҡтылыҡ инсталляцияһы, махсус хеҙмәттәрҙе саҡырыу урындары йыһазландырылған, санитар зоналар барлыҡҡа килгән. Проектҡа ярашлы, өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына урамдарҙың һәм объекттарҙың боронғо һүрәттәрен күрһәтергә мөмкинлек биргән сте